Ростов сәнғәт колледжы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
14 юл:
}}
 
'''Ростов сәнғәт колледжы''' (РКИ) [[1900 йыл]]да, Урыҫ Император музыка йәмғиәтенең Пресман Матвей Леонтьевич (Рахманинов Сергей Васильевичтың уҡыусыһы һәм дуҫы) етәкселегендәге Ростов бүлеге музыка кластары Музыка училищеһы статусы алғас, нигеҙ һалына. Яңы уҡыу йорто, белем биреү эшмәкәрлегенән тыш, оркестр сығыштары, вокаль һәм инструменталь музыка кисәләре үткәрә.<br />
 
Колледж эшләгән дәүерҙә бер нисә тапҡыр уның исеме, уҡыу йортоноң статусы һәм урыны үҙгәрә. М. Л. Пресман эшмәкәрлеге осоронда училище тәүге тапҡыр өс бәләкәй генә бүлмәһе һәм коллектив дәрестәр өсөн залы булған иҫке бинанан (Ҡазан тыҡрығы — хәҙерге Мәскәү һәм Гәзит урамдары мөйөшө) Ҙур баҡса урамы, 83 адресы буйынса яҡшы концерт залы булған яңы бинаға (элекке ҡыҙҙар гимназияһы бинаһы) күсә. Күп һанда музыка инструменттары алына һәм музыка китапханаһы булдырыла. [[Бөйөк Ватан һуғышы]] йылдарында бина емерелә, музыка китапханаһы, инструменттар, ҡорамалдар һәм архив һәләк була. [[1943 йыл]]дан һуң училище тәүҙә Пушкин урамы, 95 адресы буйынса Римский-Корсаков исемендәге музыка китапханаһы базаһында, ә һуңғараҡ [[Максим Горький урамы (Дондағы Ростов)|Максим Горький урамы]]ндағы актерҙар йортонда урынлаша. [[1969 йыл]]да яңы бина (Семашко урамы, 132) төҙөлә, уҡыу йорто әлеге көндә лә ошо бинала.