Алдар (фольклор персонажы): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Алдар (сказочный персонаж)" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

07:14, 1 май 2017 өлгөһө

Алдар ("алдаҡсы һүҙенән") — башҡорт фольклоры персонажы, көнкүреш әкиәттәре геройы.

Ҡылыҡһырлама

Башҡорт әкиәттәре персонажы булған Алдар "Алдар менән Ямар", "Алдар менән сәсән", "Пеләш Алдар һәм муллалар ", "Алдар һәм Зөһрә"[1] һәм башҡа башҡорт халыҡ әкиәттәрендә осрай.

Зирәк Алдар образы — алдаҡсы, хәйләкәр һәм йылғырҙарҙың йыйылма образы. 

Алдар - үҙендә халыҡ аҡылын туплаусы ла. Алдар образы наҙанлыҡты, һаранлыҡты сағылдырыусы  образдарға ҡапма-ҡаршы ҡуйыла.

Башҡорт әкиәттәрендә Алдар хан, мулла йәки һатыусы менән осраша. Ғәҙәттә, бындай осрашыуҙар уларҙың Алдарҙан алданыуы менән тамамлана. Алдар йә  кешенең атын урлап, хәйлә  тоғо артынан өйөнә ҡайтып китә, йә, йәнәһе лә кәкре ҡайынды терәп торорға мәжбүр итеп, ҡасып китә, шул рәүешле язанан азат була  ("Хан менән Алдар" , "Алдар менән һатыусы малайҙары", "Алдар менән шайтан" һәм башҡа башҡорт халыҡ әкиәттәре).

Алдар хәрәкәт иткән әкиәттәр өсөн афористик һығымтаһы булға тамамланыу хас. 

Алдар персонажы башҡа төрки телле халыҡтар әкиәтендә лә популяр (ҡаҙаҡтарҙың "Алдар Косе тураһында әкиәттәр", осетиндарҙың  "Алдар һәм көтөүсе" һәм башҡалар). Башҡорт әкиәттәрендә Алдар образына таҙ образы яҡын тора. Рус халыҡ әкиәттәрендә лә Алдарға оҡшаған образ бар, әммә уның исеме аталмай, бары йылғыр һәм зирәк крәҫтиән тип алына.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Башкирское народное творчество (БНТ). т. I—VIII — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987—1995. т. V — Бытовые сказки.

Һылтанмалар