Елизавета паркы (Таганрог) — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
XIX быуаттың һуңғы өсөнсө өлөшөндә Елизавета баҡсаһы ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнә, бында үҙенсәлекле курорт зонаһы барлыҡҡа килә: элекке Карантин ҡаралтылары дача итеп бирелә, яр буйында һыу инеү урындары эшләнә. Ҡаланан паркка тирәләп тирәктәр ултыртылған юл илтә. Был аллеяның ҡалдығы — хәҙерге Смирнов скверы.
[[1906 йыл]]дың революцион рухлы көндәрендә баҡсала эшселәрҙең сығыштары була. [[1906 йыл]]дың 10 июлендә киске сәғәт унда ҡала баҡсаһында меңләгән эшселәр төркөмө оркестрҙан "«Марсельеза"»ны башҡарыуҙы талап итә. Музыканттар ҡурҡыуҙан тырым-тырағай ҡаса, ә ял итеүселәр тиҙ генә баҡсаны ташлап китә башлайҙар. Революцион кәйефтә булған эшселәр, полиция яғынан тыйыуҙар булыуға ҡарамаҫтан, музыка эстрадаһынан шунда булғандарҙы дәүләт думаһын таратырға һәм ҡораллы күтәрелешкә саҡыра башлайҙар. Аҙаҡ ҡыҙыл байраҡ тотоп баҡсаны ҡалдырып китәләр һәм «Марсельезаны» йырлап Греческая урамы буйлап йүнәләләр.
 
[[1910 йыл]]да В. И. Кулик баҡсала «Яңы хыял» кинотеатры аса, ә [[1913 йыл]]да, хәҙер инде хужаһы икенсе булған «Аполло» кинотеатры эшләй.
11 459

үҙгәртеү