Йофар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Перемещение 1 интервики на Викиданные, d:q381760
24 юл:
'''Йофар''' ({{lang-la|Desmana moschata}}, ({{lang-ru| Русская выхухоль }}) — ҡиммәтле тиреле йәнлек<ref>Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)</ref>; {{bt-ruslat|ертишкестәр|Soricomorpha}} отряды һуҡыр сысҡандар ғаиләһенән һөтимәр йәнлек.
[[Файл:1_Rubel_Russischer_Desman.png|thumb|left|200px|Йофар. Рәсәй Банкы аҡсыһы.— «Ҡыҙыл Китап» серияһы, көмөш, 1 һум, 2000 йыл]]
Волга, Дон һәм Яйыҡ йылғалары бассейнында ғына осорай. Кәүҙәһе тығыҙ, 20 см-ға ҡәҙәр оҙонлоҡта. Ауырлығы 520 г-ға ҡәҙәр. Башы ҙур, хәрәкәтсән оҙон танау менән тамамлана. Ҡойроғо 17−20 см оҙонлоҡта, ике яғынан ҡыҫылған, ҡабырсаҡ һәм һирәк төк менән ҡапланған, ҡойроҡ төбөндә еҫле майлы матдә бүлеп сығарыусы махсус биҙҙәре урынлашҡан. Май тирене еүешләнеүҙән һаҡлай. Аяҡ бармаҡтары араларында киң йөзөү ярылары бар; артҡы аяҡтары алғыларыннан оҙонораҡ һәм көслөрәк. Йөн ҡапламы ебәк һымаҡ, ҡуйы, өҫкө яғы ҡара-ҡоңғорт, аҫҡы яғы - көмеш һымаҡ һоро төҫтә. Яртылаш һыуҙа тереклек итә. Өнөн, сығыу юлдарын һыу аҫтында ҡалдырып, текә ярҙарҙа ҡыуаҡ тамырҙары аҫтына ҡаҙа. Кис һәм төндә активлык күрһәтә. Һыуҙа йәшәүсе [[умыртҡаһыҙҙар]], ваҡ балыҡ, [[үҫемлектәр]] менән туҡлана. Инә йофар йылға бер тапҡыр 1−5 бала килтерә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
<references/>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йофар» битенән алынған