Гочева Каролина — версиялар араһындағы айырма

 
== Тормош юлы ==
 
=== 1990-сы йылдар ===
Каролинаның музыкаль карьераһы [[1991 йыл]]да Штип ҡалаһында үткән илдә бик танылған «Макфест 91» конкурсында ҡатнашыуҙан башлана. Унда 11 йәшлек Каролина «Мамо, пушти ме» (Әсәй, ебәр мине) йырын башҡара. Был йыр хитҡа әйләнә һәм йырсының [[1992 йыл]]да сыҡҡан тәүге альбомына исем бирә. Каролина Македонияның төп музыкаль конкурсы "Скопје-Фест"та йыш ҡатнаша. [[1994 йыл]]да ул унда «Кој да ти каже» (Кем һиңә әйтер) йыры менән тәүге тапҡыр сығыш яһай, [[1996 йыл]]да"Ма, ајде кажи ми" (Йә, әйт миңә) йыры менән туғыҙынсы, ә [[1998 йыл]]да «Украдени ноќи» (Урланған төндәр) йыры менән юғары дүртенсе урын ала, уға 10 454 македон тауыш бирә.
 
=== 2000—2001 йылдар ===
Бындай ҙур уңыштан һуң македон лейблы Avalon Productions Каролина Гочеваның тәүге өлкәндәр альбомын сығарыуға контракт тәҡдим итә һәм ул [[2000]] йылда донъя күрә. «Јас имам песна» (Минең йырым бар) тип аталған альбомда бер нисә хит була: «Сакај ме» (Ярат мине), «Без оглед на сѐ» (Бер нимәгә ҡарамаҫтан) һәм «Немир» (Тынысһыҙлыҡ). Альбомының уңышын нығытыр өсөн Каролина Гочева тағы «Скопје-Фест» фестивалендә ҡатнаша һәм «За нас» (Беҙҙең өсөн) йыры менән икенсе урын ала.
 
=== 2002 йыл ===
[[2002]] йылда Каролина Гочеваның «Зошто сонот има крај» (Ниңә төштәр тамамлана) альбомы сыға. Шул уҡ йылда ул Черногорияла «Sunčane Skale» фестивалендә сығыш яһап, элекке [[Югославия]] илдәрендә киң танылыу яулай. [[Таллин|Таллинда]] үткән Евровидениела уңышһыҙ сығыш яһай.
 
=== 2003 йыл ===
[[2003]] йылда Каролина Гочева «Знаеш колку вредам» (Минең баһаны беләһең) альбомын сығара. Был альбом Македонияла ғына түгел, барлыҡ элекке Югославияла танылыу яулай, шуға күрә уны серб телендә лә сығаралар.
 
=== 2005 йыл ===
[[2005]] йылда Каролина Гочева тағы Черногорияла үткән «Sunčane Skale» фестивалендә ҡатнаша, «Ружа ружица» (Ҡыҙыл Рауза) йыры менән дүртенсе урын ала. Йыл аҙағында Гочеваның танылыуын яңы кимәлгә күтәргән «Во заборав» (Онотолоу) альбомы сыға, ул элекке Югославия илдәрендә концерттар менән сығыш яһай. Был альбомын да серб телендә сығара.
 
=== 2007 йыл ===
[[2007]] йылда, 2002 йылғы уңышын ҡабатлап,«Скопје-Фест» фестивалендә еңеп сыға, Евровидениела сығыш яһау хоҡуғына эйә була, үҙ һөҙөмтәһен яҡшыртып, «Мојот свет» йыры менән 14-се урын ала.
 
=== 2008 йыл ===
Йылды Каролина Гочева [[Македония Республикаһы|Македония]], [[Сербия]], [[Хорватия]], [[Черногория]], [[Болгария]], [[Австралия]] буйлап турне менән башлай. [[Косово Республикаһы|Косоволағы]] ваҡиғалар, [[Греция]] менән илдең исеме тураһындағы бәхәстәр Каролина Гочеваны стилен ҡырҡа үҙгәртергә мәжбүр итә, ул «Македонско Девоjче» (Македон ҡыҙы) исемле бишенсе альбомын этно-поп стилендә сығара. Шулай уҡ Каролина Гочева «Напред Македонија» (Алға, Македония) видеоклибын сығара, ул македондар өсөн икенсе гимнға әүерелә.
 
=== 2010 йыл ===
[[2010]] йылда Каролина Гочева туғыҙынсы «Капка под небото» (Күк аҫтында йығылам) исемле альбомын тәҡдим итә. Был альбомдан «Не се вракаш» (Ҡайтманы) йыры иң киң таныла.
 
== Дискографияһы ==
* Зошто сонот има крај (Ниңә төштәр тамамлана) — 2002
* Знаеш колку вредам (Минең баһаны беләһең) — 2003
** Кад звезде нам се склопе… као некада (Йондоҙҙар ҡасандыр элек кеүек рәткә теҙелгәс) — 2003 (серб версияһы)
* Во заборав (Онотолоу) — 2005
** У забораву (Онотолоу) — 2006 (серб версияһы)
* Македонско Девоjче (Македон ҡыҙы) — 2008
* Капка под небото (Күк аҫтында йығылам) — 2010
1318

үҙгәртеү