Аҡсулпанов Аралбай Күсәрбай улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
25 юл:
 
== Биографияһы ==
Аралбай Күсәрбай улы Аҡсулпанов 1783 йылда [[Ырымбур губернаһы]] [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] [[Юрматы|Тәлтем-Юрматы]] улусы (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Стәрлетамаҡ районы]]) [[Күсәрбай|Аҡсулпан (Күсәрбай)]] ауылында тыуған. Атаһы [[Аҡсулпановтар|Күсәрбай Аҡ­сулпанов]] 1793 йылда [[Башҡорт дворянлығы|дворянлыҡ]] титулын ала, 1798 йылдан 7-се башҡорт кантонының начальнигы вазифаһын үтәй. Аралбайҙың әсәһе — ''Айытбикә'', Кү­сәрбай Аҡсулпановтың тәүге ҡатыны була<ref name="Рәшит Шәкүр" />.
 
1811 йылдың майында [[Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы|7-се һәм 12-се кантон]] [[башҡорттар]]ынан ''2-се Башҡорт атлы полкы'' ойошторола. Аралбай Аҡсулпанов был полк составында полк старшинаһы булып хеҙмәт итә. 1812 йылдың мартында [[1812 йылғы Ватан һуғышы|Ватан һуғышы]] башланыу алдынан 1-се һәм 2‑се башҡорт полктары [[Рәсәй империяһы]]ның көнбайыш сиктәрендә була.
47 юл:
1813 йылдың башынан 2-се Башҡорт полкы Варшава герцоглығы, ә йәйенән — Германия кенәзлектәре территорияһында һуғыша. 1813 йылдың октябрендә был полк [[Дрезден]] өсөн алыштарҙа ҡатнаша{{sfn|Асфатуллин С. Г.|2000|с=140}}. 1814 йылдың мартында [[Париж]]ды алыуҙа ҡатнаша.
 
Һуғыштан ҡайтҡас [[Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы|7-се башҡорт кантоны]] начальнигының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә<ref name="Рәшит Шәкүр" >''[[Рәшит Шәкүр]]'' [http://www.ye02.ru/tarih/7814-ksrbay-aarmany.html Күсәрбай ҡаһарманы].// «[[Йәшлек (гәзит)|Йәшлек]]», июль 2013.</ref>.
 
1869 йылдың 4 мартында улдары Сәрбәжәб һәм Мерәҫ, ейәне Шәйхелислам менән бергә дворянлыҡ хоҡуғына лайыҡ була{{sfn|Ильясова А. Я.|2015|с=120}}. Бынан башҡа уның ике ҡатынынан Хәҙисә, Хөббөниса, Фәхерниса, Әсипьямал, Ғәҙәтбикә исемле ҡыҙҙары тыуа<ref name="Рәшит Шәкүр" />.
 
1835 йылда үҙенең туған ауылында вафат була<ref name="Рәшит Шәкүр" />.
 
== Бүләктәре ==