Ҡырым ауылы музейы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: мөмкинселек → мөмкинлек using AWB
26 юл:
 
Ҡырым ярымутрауында төрлө ваҡыттарҙа Бөйөк Әрмәнстандан, Кесе Азиянан һәм Болгариянан күсеп килгән әрмәндәр йәшәй. Унда алты быуат йәшәп, Екатерина II -сенең [[1778 йыл]]дың 9 мартындағы указы буйынса, хәҙерге [[Ростов өлкәһе]]нең ерҙәренә үҙ ирке менән күсереп ултыртылғандар. Донда әрмәндәр колонияһы [[1779 йыл]]да барлыҡҡа килә. Ҡырымдың ҡала халҡы Нахичевань ҡалаһына күсеп ултыра, ә ауыл халҡы — Чалтырь, Топти (Ҡырым), Мец Сала (Оло Салы), Султан Сала һәм Несвита (Несветай) ауылдарына күсә. Ҡырымда йәшәп, әрмәндәр әрмән теле диалектын, халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, халыҡ көнкүреше элементтарын һаҡлағандар. Күсеп килеүселәргә дин тотоу иреклеге бирелә. Уларға сиркәүҙәр һәм сиркәү манаралары төҙөргә, сиркәү йолалары атҡарырға, бөтә әрмәндәрҙең юғары патриархына - эчмиадзин католикосына ғына буйһонорға ирек бирелә.
Тарихи документтар, әрмән мәҙәниәте һәм көнкүреше предметтары [[1980 йыл]]да ауылда төҙөлгән тарихи-этнография музейында тупланған. Музейҙың беренсе мөдире Айка Андирасович Поповян була. Поповян оҙаҡ йылдар ауыл мәктәбендә эшләй, унда ауыл тарихы мөйөшө булдыра. Ләкин ваҡыт үтеү менән был "бәләкәй музей" ауыл халҡының үҫә барыусы рухи талабын ҡәнәғәтләндермәй башлай. [[1979 йыл]]да Лукашин исемендәге колхоз идараһы (етәксеһе Г. А. Срабионян) Ҡырым ауылында ауыл тарихы музейы төҙөргә һәм уға ауылдағы мәҙәниәт йортоноң бер өлөшөн бирергә ҡарар итә. Мәҙәниәт йорто эргәһендә [[XIX быуат]] аҙағы — [[XX быуат]] башында төҙөлгән эшләүсе Изге Ҡотҡарыусы Мәсих сиркәүе (әрмәнсә Սուրբ Ամենափրկիչ, Сурб Аменапркич) урынлашҡан.
 
Ауыл мәҙәниәт йортоноң 600 урынлыҡ тамаша залы, китапханаһы бар. Музей фондында 1340 предмет, китап һәм документтар бар. Материалдар хронологик тәртиптә ҡуйылған, ауылға нигеҙ һалынған датанан —  [[1779 йыл]]дан һәм беҙҙең көндәргә тиклем. [[1987 йыл]]да Ҡырым ауылы музейына [[СССР]] мәҙәниәт Министрлығының Бойороғо менән «Халыҡ музейы» исеме бирелде.
40 юл:
[[2005 йыл]]дан музей менән Алвард Лусегеновна Поповян – әүҙем тормош позицияһы алып барған кеше, тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм журналист етәкселек итә. [[2005 йыл]]дан музейҙың төп фонды өс тапҡырға артҡан, ҡыҙыҡлы экспонаттар, документтар һәм фотографиялар йыйылған, яңы стендтар булдырылған.
 
Музей үҙенең макеттары һәм экспонаттары менән генә түгел, ә тағы ла музей асылған саҡтағы кеүек үк, һаман да әүҙем эҙәрмәндәр эше барыуы менән уникаль, «Эҙләнеү» клубы эшләй. Клуб эше арҡаһында унлаған ҡырымлылар ҡәберлектәре табыла. Туғандары ахыр сиктә, тиҫтә йылдар үткәс, һәләк булғандарҙың ҡәберендә булырға, уларҙы хөрмәтләп иҫкә алырға мөмкинселекмөмкинлек алдылар. Беренселәрҙән булып Деремян Асватур Карапетович, Андонян Капрел Асватурович, Бабиян Семен Михайлович һәм башҡаларҙың ҡәберлеге табыла.
 
Илдең бөтә мөйөштәренән һәм хатта сит илдәрҙән Ҡырым музейына ярҙам һорап һәм хөрмәт өсөн рәхмәт әйтеп хаттар килә. Шулай, музейҙы һәләк булғандарҙың изге хәтирәһе урыны тип атай башлағандар. Тимәк, музей йәшәй, эшләй.
59 юл:
{{External media
|image1=http://apopovyan.narod.ru/index/muzej_sela_krym/0-10
|topic=|subtopic=|audio1=|video1=|image2=|audio2=|video2=}}
 
* [http://www.voopiik-don.ru/main/2009-06-01-10-47-54/4140-30- 35 лет музею села Крым]