Калидаса: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
ә clean up, replaced: мөмкинселек → мөмкинлек using AWB
1 юл:
 
{{Писатель
|Имя = Калидаса
Юл 21 ⟶ 20:
 
== Тормош һәм ижад ваҡыты ==
Калидасаның тормошо һәм ул йәшәгән дәүер хаҡында бер мәғлүмәт тә һаҡланмаған. Шулай уҡ уның замандаштарының һәм артабанғы быуын вәкилдәренең хәтирәләре лә беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Халыҡ риүәйәттәрендәге мәғлүмәттәр ҙә әллә ни ышаныс тыуҙырмай. Шуға ла әҙиптең әҫәрҙәрен, уларҙың һәм персонаждарының телен тарихнамә күҙлегенән тикшереү генә Калидаса хаҡында ниндәйҙер фараздар яһарға мөмкинлек бирә. Әммә, үкенескә ҡаршы, уларҙа ла автор хаҡында бер ниндәй хәбәр ҙә юҡ. Был осор Һиндостан тураһында тарихи документтарҙың аҙ булыуы ла ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Легендаларҙың күплеге мәғлүмәт тәрҙең дөрөҫлөгө менән бәйле түгел.
 
Калидаса беҙҙең эраға тиклем VIII быуаттан да иртәрәк йәшәмәгән. ''Ипполит Фош'' фаразы буйынса, шағир Һиндостан тарихында билдәле ''Ҡояш династияһына'' ҡараған ''Агниварна'' хакимлек иткән ваҡытта ғүмер иткән булырға тейеш. Әҙиптең нәҡ ошо династия батшалары тарихына бағышланған ''«Рагхувамша»'' эпик поэмаһы Агниварна осоро менән тамамлана. Халыҡ риүәйәттәре иһә Калидаса тормошон 1040—1090 йылдарҙа Дхар һәм Удджайн ҡалаларында хакимлек иткән батша ''Бходжа Парамара'' дәүеренә бәйләй. [[Һиндостан|Һинд]] әҙәбиәтенең һуңыраҡ ижад ителгән бер әҫәрендә Калидасаның нәҡ ошо батша һарайындағы тормошо һүрәтләнә. Тәүҙәрәк шағирҙың йәшәү осоро тип ҡаралған б. э. т. VIII быуаттан алып беҙҙең эраның XI быуатына тиклемге арауыҡ хәҙерге ваҡытта төгәлерәк итеп ныҡ ҡына ҡыҫҡартылған.
 
Был түбәндәге фараздарға нигеҙләнә. «Малавика и Агнимитра» пьесаһының төп геройҙарының береһе — Төньяҡ Һиндостандағы ''боронғо Шунга дәүләте'' императоры Агнимитра. Батшаның шәхси тормошо хаҡында Калидаса бары бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә яҙа алыуы бәхәсһеҙ. Императорҙың хакимлек осоро б. э. т. 149—141 йылдар булыуы билдәле. Был Калидасаның ғүмер аҙағын б. э. т. II быуаттан да алда түгел икәнлеген аныҡларға мөмкинлек бирә. Ә йәшәй башлауын ''VI быуат'' тип билдәләргә ''«Айхоль яҙмаһы»ның'' датаһы — [[634]] йыл ярҙам итә: унда Калидаса хаҡында «[[шиғриәт]] класигы» тип әйтелгән.
 
[[Файл:ChandraguptaIIOnHorse.jpg|thumb|left|Батша Чандрагупта II (Британ музейының боронғо тәңкәләр йыйылмаһынан тимер аҡса). Калидасаның ошо батша хакимлеге осоронда йәшәүе ихтимал.]]
 
Шағир ижадының дөйөм үҙенсәлеге, уның [[шиғриәт|поэтик]] алымдары, IV быуаттағы [[Греция|грек]] [[астрономия]]һы мәғлүмәттәре менән таныш булыуы һәм тағы ла ҡайһы бер башҡа билдәләр уның ғүмер йылдарын беҙҙең эраның IV—V быуаттарына, ''Гупта династияһының Викрамадитья титулын йөрөткән батшалары'' хакимлек иткән осорға индерергә мөмкинлек бирә.
 
Калидаса ижадын тикшереүсе һинд әҙәбиәт белгестәренең береһе ''Д. Ш. Упадхьяйн'' уның йәшәү йылдарын 365—445 тип теүәл билдәләй.
 
== Сығышы һәм шәхесе ==
Юл 41 ⟶ 40:
Калидаса ижадын классик санскрит әҙәбиәтенең һәм шиғриәтенең иң юғары өлгөләренә индерәләр. Ул башҡаларҙан стиль оҫталығы һәм ижад иреклеге менән айырыла: был уның кеше тәбиғәтенең ҡатмарлылығын тулы кимәлдә һәм бар байлығында һүрәтләүендә асыҡ күренә. Геройҙарҙың эске кисерештәрен теүәл тасуирлау үҙе ижад иткән заманды дөйөмләштереп күреү менән бергә килә. Шуға ла Калидаса әҫәрҙәренең персонаждары сағыу һәм үҙенсәлекле шәхестәр булып ҡына түгел, ә үҙенең бай мәҙәниәтенән һәм тәбиғәтенән айырылғыһыҙ булған һинд халҡының рухын бар тулылығында сағылдырыусылар ҙа булып күҙ алдына баҫа.
 
Калидаса ижадта ниндәйҙер яңы алымдар уйлап табыусы түгел. Ул ҡулланған әҙәби саралар йыйылмаһы ғәҙәти һәм һинд әҙәбиәтендә дини булмаған йәки донъяуи жанрҙар формалаша башлаған классик дәүер башында уҡ тыуған ҡанундарға нигеҙләнгән. Әммә Калидасаның үҙенә генә хас үҙенсәлек шул тиклем көслө булғанға уның шиғриәте үҙ заманының башҡа әҙиптәренән бай һәм сағыу биҙәктәре менән айырылып тора.
 
=== Эпоха ===
[[Файл:Empire Gupta ru.svg|thumb|[[Гупта империяһы]]]]
Калидасаның тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге боронғо һинд классик мәҙәниәтенең «алтын быуатына» тура килә. [[Гупта империяһы|Гупта дәүләте]], быға тиклем тырам-тырғай һәм айырым көн иткән өлкәләрҙе берләштереп, ҡеүәтле империяға әүерелә. Сит ил баҫҡынсыларынан ныҡлы яҡлау һәм һаҡлау булғанлыҡтан иҡтисад һәм мәҙәниәт артабан тотороҡло үҫеш өсөн мөмкинселекмөмкинлек ала. Гупта дәүере феодаль ҡоролошҡа күсеүҙе
сағылдыра, йәмғиәттә тамырынан үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тормошҡа ашыра.
 
=== Ижад башланғыстары ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Калидаса» битенән алынған