Ахилл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Категория өҫтәнем. Морат Солтан.
ә →‎Ахилл "Илиада"ла: clean up, replaced: ниһәйәт → ниһайәт using AWB
33 юл:
Илионды ҡамауҙың унынсы йылында Ахиллес иҫ киткес һылыу Брисеиданы тотҡонлоҡҡа ала. Ул ҡыҙ арҡаһында Ахиллес һәм Агамемнон араһында ғауға ҡуба. Агамемнон үҙенең тотҡонон Астиноманы атаһы Хрисҡа кире ҡайтарырға мәжбүр була, шуға Брисеиданы үҙенә алырға була. Ярһыған Ахиллес артабан яуҙа ҡатнашыуҙан баш тарта. Фетида, Агамемнондан улының ғәрлеге өсөн үс алырға була. [[Зевс]]тан еңеү трояндар яғында булһын тип һорай. Гректарҙың михнәттәре лә, Ахиллесҡа Агамемнон ебәргән илселәрҙең вәғәҙәләре лә — бер нимә лә Ахиллестың ярһыуын баҫа алмай. Гектор етәкселендәге трояндар гректарҙың лагеренә бәреп ингәс кенә, Ахиллес Патроклға мирмидоняндарҙы гректарға ярҙамға алып барырға рөхсәт итә. Дошманды нығыраҡ ҡурҡытыр өсөн Патроклға үҙенең хәрби кейемен кейергә бойора. Әммә Патрокл Гектор ҡулынан һәләк була, уның бары яланғас тәнен генә гректар трояндарҙан һуғышып ала алалар. Ахиллестың хәрби кейеме Гекторҙың табышы була. Бынан һуң Ахиллес ҡоралһыҙ көйө Афина оҙатыуында һуғыш яланына килә, уның енси ағзаһын күреү менән трояндар ҡурҡып ҡаса.
 
Икенсе көн иртән Фетида улына Гефест үҙ ҡулдары менән сүкеп яһаған яңы хәрби кейем алып килә. Үс алыу теләге менән янған Ахиллес яуға ташлана һәм трояндарҙы ҡала диуарҙарына тиклем ҡыуа; бер Гектор ғына уға ҡаршы тороп ҡарай, әммә ул да Ахиллестан ҡаса. Ахиллес Гекторҙы ҡыуа-ҡыуа, уны өс тапҡыр Трояны урап йүгерергә мәжбүр итә, ниһәйәтниһайәт, ҡыуып тотоп үлтерә лә яланғас мәйетте ҡырандасына бәйләп, гректар яғына һөйрәп алып китә. Үҙенең Патроклының хәтер кисәһен үткәргәс, Ахиллес Гекторҙың мәйетен уның атаһы батша Приамға ҡайтара. Приам Ахиллестың палаткаһына килеп, унан улының кәүҙәһен биреүен үтенеп һорай һәм ҙур аҡсаға һатып ала.
[[Файл:Alexandr Ivanov 005.jpg|мини|192x192пкс|А.А. Иванов «Ахиллестан Гекторҙың кәүҙәһен һораған Приам»,1824]]
"Илиада"ла Ахиллес ҡулынан 23 троян кешеһе һәләк була тиелгән.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ахилл» битенән алынған