Ҡурсаулыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә →‎top: clean up, replaced: ‑ → — (10), РФ—тың → Рәсәй Федерацияһының using AWB
1 юл:
[[Файл:Afek242.jpg|мини|Ҡурсаулыҡ]]
'''Ҡурсаулыҡ''' — махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы, уның эсендәге тәбиғәт комплекстары һәм объекттар хужалыҡ ҡулланылышынан тулыһынса сығарыла.
 
Тәбиғәт төрлөлөгөн тәбиғи хәлендә, [[үҫемлектәр]]ҙең һәм [[хайуандар]]ҙың генофондын, йәнһеҙ тәбиғәттең уникаль объекттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, ландшафт өлгөһө (эталон) итеп ҡабул ителеүе мөмкин типик йәки бирелгән геогр. зона өсөн ҡиммәтле ландшафтлы биләмә ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә. Ҡурсаулыҡ тәбиғәтте һаҡлау, фәнни‑тикшеренеүфәнни—тикшеренеү һәм экологик белем биреү учреждениелары статусына эйә.
 
Ҡурсаулыҡ бурыстары: тәбиғәт терр‑яларынтерр—яларын һаҡлау; фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү, шул иҫәптән Тәбиғәт йылъяҙмаларын алып барыу; экологик мониторинг үткәреү; экологик белем биреү; тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүҙә ярҙам итеү. Глобаль экологик мониторинг үткәреүсе халыҡ‑арахалыҡ—ара биосфера резерваттары системаһына ингән ҡурсаулыҡ биосфера статусын ала.
 
[[1929 йыл]] [[Башҡортостан]] биләмәһендә беренсе ҡурсаулыҡ — Башҡорт ҡурсаулығы ойошторола. Республикала 3 ҡурсаулыҡ бар: [[Башҡорт ҡурсаулығы]], [[Шүлгәнташ ҡурсаулығы]], [[Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы|Көньяҡ Урал ҡурсаулығы]], уларҙың дөйөм майҙаны 325 мең га (2006 й.). Иң ҙуры — [[Көньяҡ Урал]] Ҡурсаулығы (252,8 мең га, шуларҙың 28,4 мең га — БР терр‑яһындатерр—яһында). Ҡурсаулыҡ эшмәкәрлеген фәнни‑методикфәнни—методик яҡтан [[Башҡортостан Фәндәр Академияһы]] һәм РФ‑тыңРәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлыҡтары, РФ һәм БР‑ҙыңБР—ҙың Мәғариф һәм фән министрлыҡтары м‑нм—н берлектә тормошҡа ашыра. Башҡорт ҡурсаулығы— тәбиғәт музейы, Шүлгәнташ Ҡурсаулығы музей‑экскурсиялармузей—экскурсиялар комплексы, демонстрацион‑уҡытыудемонстрацион—уҡытыу умарталығы бар, 3 экскурсия маршруты һ.б. ойошторолған.
{{БЭ}}
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡурсаулыҡ» битенән алынған