Ференц Лист: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
111 юл:
=== Һуңғы йылдары ===
[[Файл:Franz Liszt photo.jpg|thumb|left|Ференц Лист в поздние годы]]
60-сы йылдар башында Лист менән Каролина Римда төпләнә, ләкин икеһе ике йортта йәшәй. Ул Листты сиркәү хеҙмәтенә инергә өгөтләй, һәм 1865 йылда Лист аколитлыҡҡа кесе постриг үтә. Листтың ижади мәнфәғәттәре хәҙер дин өлкәһенә күсә, ул дини музыка яҙа: «Легенда о святой Елизавете», «Христос» ораториялары, дурт псалом, реквием һәм венгр коронация мессаһы ({{lang-de|Kronungsmesse}}). "«Годы странствий"»ҙың фәлсәфә менән байытылған өсөнсө томы барлыҡҡа килә. Римда Лист бик һирәк сығыш яһай.
 
1866 йылда Лист Веймарға бара, икенсе Веймар осоро башлана. Ул элекке баҡсасыһының кескәй генә йортонда йәшәй. Элекке кеүек үк, уның янына йәш музыканттар килә: Григ, Бородин, Зилоти.
136 юл:
[[Файл:Commemorative plaque of Franz Liszt.JPG|thumb|Мемориальная доска Ференца Листа (г. Киев).]]
{{нет ссылок в разделе|дата=28 февраля 2017}}
Листтың йәмғеһе 647 әҫәре бар: уларҙың 63-ө  — оркестр өсөн, 300-ләбе   фортепиано өсөн һалынмалар. Лист ижад иткән бөтә әҫәрҙәрҙә лә үҙенә бер төрлөлөк, яңы юлдарға ынтылыш, фантазия байлығы, алымдар яңылығы һәм ҡыйыулығы, сәнғәткә тик үҙенсә ҡараш ярылып ята. Уның инструменталь әҫәрҙәре музыкаль архитектоникала алға табан бик ҙур аҙым булып тора. 13 симфоник поэма, «Фауст» һәм «Divina commedia» симфониялары, фортепиано концерттары музыкаль форманы өйрәнеү өсөн ифрат бай материал бирә. Листтың музыкаль-әҙәби әҫәрҙәре араһында Шопен (рус теленә 1887 йылда П.  А.  Зиновьев тарафынан тәржемә ителгән), Берлиоздың «Бенвенуто Челлини»һы, Шуберт тураһындағы брошюралары, «"Neue Zeitschrift für Musik»"тағы мәҡәләләре, венгр музыкаһы тураһында ҙур хеҙмәте («Des Bohémiens et de leur musique en Hongrie») айырылып тора.
 
Бынан тыш, Ференц Лист үҙенең Венгр рапсодиялары менән билдәле (1851—1886 йылдарҙа ижад ителгәндәр), улар авторҙың иң сағыу һәм оригиналь художество әҫәрҙәре араһына инә. Лист фольклор сығанаҡтарын (шул иҫәптән сиған мотивтарын) ҡуллана, Венгр рапсодияларының нигеҙенә тап шулар ята.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ференц_Лист» битенән алынған