Детройт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Assele (фекер алышыу | өлөш)
75 юл:
Ҡалаға исемде француз колонистары [[Детройт йылғаһы]] ({{lang-fr|le détroit du Lac Érie}} — ''«Эри күленең [[боғаҙ]]ы»'', йәғни [[Гурон]] менән [[Эри (күл)|Эри]] күлдәрен тоташтырыусы йылға) исеменән алып ҡуша.
 
[[1698]] йылда француз офицеры [[Антуан Ломе де Ламот де Кадильяк]] союздаш [[индейҙар|индей]] ҡәбиләләренә торлаҡ урын булдырыр өсөн, ''Яңы Франция'' – [[Төньяҡ Америка]]лағы француз колонияһында форт төҙөргә тәҡдим итә. [[Париж]] [[1701]] йылда был тәҡдимде хуплай һәм боғаҙ буйында Детройт фортына ({{lang-fr|Ponchartrain du Detroit}}) нигеҙ һалына. Француздар фортҡа колонистарҙы йәлеп итер өсөн, ерҙәрен бушлай тәҡдим итә, һәм [[1765]] йылға ҡасабала йәшәгән кеше һаны 800-гә барып етә, һәм Детройт иң эре француз ҡасабаларының береһенә әүерелә<ref>[http://www.archives.gov.on.ca/en/explore/online/franco_ontarian/index.aspx French Ontario in the 17th and 18th Centuries] {{ref-en}}</ref>. [[1778]] йылда иһә Детройтта 2 144 кеше йәшәй, һәм ул кеше һаны буйынса Квебек провинцияһында өсөндө урынды ала<ref>Jacqueline Peterson, Jennifer S. H. Brown, Many Roads to Red River. 2001 й., 69-сы бит {{ref-en}}</ref>.
 
[[Британия]] һәм [[Франция]] араһында барған [[Ете йыллыҡ һуғыш]]тың [[Төньяҡ Америка]]лағы фронты булараҡ тоҡанып киткән [[Француздар һәм индеецтар менән һуғыш]] ([[1754]]-[[1763]]) осоронда, [[1760]] йылда британ көстәре ҡасабаны баҫып ала. [[1763]] йылғы ''Париж килешеүе''нән һуң ''Яңы Франция'' тип аталған ерҙәр Бөйөк Британияның колонияһы – ''Квебек провинцияһына'' әүерелә, һәм ҡасабаның исеме Детройт итеп ҡыҫҡартыла. Британ колонизаторҙарына ҡаршы күтәрелгән [[Понтиак ихтилалы]] ([[1763]]) осоронда ҡайһы бер [[Индеецтар|индей ҡәбиләләре]] Детройтты ҡамау аҫтында тота, әммә фортты ала алмай.
 
[[1778]] йылда Детройтта 2 144 кеше йәшәй, һәм ул кеше һаны буйынса Квебек провинцияһында өсөндө урынды ала<ref>Jacqueline Peterson, Jennifer S. H. Brown, Many Roads to Red River. 2001 й., 69-сы бит {{ref-en}}</ref>.
 
[[Америка үҙаллылығы өсөн һуғыш]]тан һуң [[Америка Ҡушма Штаттары|Америка штаттары]] үҙаллылыҡ яулағас, [[Джей килешеүе]]нә ([[1796]]) ярашлы, Британия Детройтты һәм шул өлкәләге башҡа биләмәләрҙе штаттарға бирә, шулай итеп [[Канада]] менән Америка Ҡушма Штаттары араһындағы сик һыҙығы билдәләнә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Детройт» битенән алынған