Довженко Александр Петрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә clean up, replaced: Дингеҙ → Диңгеҙ using AWB
45 юл:
Шул уҡ ваҡытта Довженко күпмелер ваҡыт украин милли - азатлыҡ хәрәкәтенең активисы булып китә. Самодержавие ҡолатылыуын ул ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы ала, сөнки “крәҫтиәндәргә, фабрикалар – эшселәргә, мәктәптәр – уҡытыусыларға, хәстәханалар – табиптарға, Украина - украиналарға, рәсәй – урыҫтарға икәненлеге хәҙер барыһына ла асыҡ”. Әммә ваҡыт үтеү менән Довженко үҙенең йәш саҡтағы ынтылыштарын “мөгәрәптән сыҡҡан” кешеләрҙең күҙен томалау, тип атай, сөнки ул ваҡытҡа Довженконың ҡәҙимгесә, төҙөк сәйәси белеме лә, кластар һәм партиялар көрәше тураһында аҙ ғына булһа ла төҫмөрләүе, шулай уҡ марксизм тураһында ла белеме булмай әле.
Һуңынан ул: Украин сепаратистар буржуаз хәрәкәте миңә ул осорҙа иң һуңғы сиктәге революцион хәрәкәте, иң һул, тимәк, иң яҡшы булып күренә ине...Коммунизм тураһында мин бер нәмә лә белмәй инем, әгәр минән, кем ул Маркс, тип һораһалар, мин, моғайын, ул китап сығарыусы, тип әйтер инем. Шулай итеп, мин революцияға кәрәкмәгән ишектән ингән булғанмын”, — тип яҙа.
 
1917 йылда уны “белобилетник” булараҡ (йөрәк сире арҡаһында) фронтҡа алмайҙар һәм ул эшкә [[Киев]]ҡа күсә<ref name="people1">[http://www.peoples.ru/art/cinema/producer/dovzhenko/index1.html биография на people.ru] ссылка проверена 2 января 2009</ref>. Киевта ул уҡытыу эше менән була һәм үҙе лә Киев коммерция институтында белем ала (хәҙер Киев милли иҡтисад университеты). Довженко был институтҡа башҡа юғары уҡыу йорттарына аттестаты мөмкинлек бирмәгән өсөн түгел, ә ниндәй булһа юғары белем алыр өсөн. Насар ғына уҡый, ваҡыты ла етмәй, тырышлығы ла.
 
Граждандар һуғышы осоронда ул Украина Халыҡ Республикаһы армияһында доброволец булып хеҙмәт итә. Довженконың ерҙәше инженер Петр Шох, Довженко уның менән бергә Украин армияһы 3 Сердюк полкында яугир була, тип раҫлай»<ref>Лавриненко Ю. Из книги «расстрелянного возрождения», Мюнхен, 1959. Украинское слово (Хрестоматия украинской литературы и литературной критики XX в. — С. 43.</ref>. Ошоно уҡ Александр Довженконың беренсе ҡатынының апаһы ла ра5лай, ул үҙенең хәтирәләрендә Довженконы һоро башлыҡта 1917 йылдың аҙағында һәм 1918 башында уларға инеп йөрөгәнен иҫләп яҙа, Довженко Киевтағы ғинуар ихтилалына ҡатнашҡан Ҡара гайдамактар курененә ҡарай. 11 йыл үткәс, ошо ваҡиғаларҙы Довженко үҙенең “Арсенал” фильмында һүрәтләй, әммә инде баррикадаларҙың икенсе яғынан. Большевиктар власы уранлыштырылғас, УХР ғәсҡәрҙәре составында Житомирға сигенергә мәжбүр була <ref>Новейшая история Украины (1900—2000): Учебник / А. Г. Слюсаренко и др.. — К.: Высшая школа, 2000. — 185 с.</ref> һәм һуңғараҡ Киевҡа кире ҡайта.
 
Шул уҡ йылда Киевта Украина сәнғәт академияһы асылғандан һуң, Довженко уның тыңлаусыһы булып китә. 1918 йылда Коммерция институты общинаһы рәйесе булараҡ, Довженко Украина державаһы гетман армияһына призывҡа ҡаршы дөйөм студенттар митингын ойоштора. Митингта ҡатнашыусылар ҡыуылалар, егерме яҡын кеше үлтерелә, күбеһе йәрәхәтләнә. Академияны Довженко тамамлай алмай, ә институтҡа, уның һүҙҙәре буйынса, 1920 йәки 1921 йылға тиклем барып йөрөй.
71 юл:
Партиялағы сираттағы “таҙартыуҙан” уны ҡабаттан боротьбист дуҫтары ҡотҡаралар һәм уны партиясы Шумскойға ашығыс рәүештә ебәрәләр. Шумской ул ваҡытта Польшала тулы СССР-ҙың хоҡуҡлы вәкәләтен етәкләй. 1921 йылда Довженконы Харьковҡа саҡыртып алалар, РСФСР сит эштәре буйынса Наркомға ҡабул итәләр һәм дипломатия эшенә йүнәлтәләр — Польшала ул хәрби әсирҙәрен алмаштырыу һәм репатрицияһы буйынса миссияны етәкләй. Бер аҙ ваҡыт үткәс, вәкәләттә идара итеүсе посын биләй. 922 йылдың башында Довженконы Германияға Сауҙа вәкиллеге консул бүлегенә сәркәтип итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо ваҡытҡа Довженко – рәссамдың беренсе карикатуралары донъя күрә. Карикатураларҙың ҡайһы берҙәре АҠШ-та сыҡҡан “Молот” журналында нәшер ителә Хеҙмәт бурыстарын һәм рәсем төшөрөүҙе бергә алып барыуын ҡыйынлығын аңлаған Довженко Германияла графика менән шөғөлләнергә рөхсәт биреүҙәрен һорап ЦК КП (б)У –ға ғариза яҙа.
 
1922 йылдың 13 февралендә Довженко Польшалағы Германия илселегендә Германияла йәшәү өсөн паспортҡа заявка ҡалдыра<ref>РГВА. Ф. 772k, оп. 3, д. 196 (Довженко), л. 6. </ref>. Немец документтарнына күренеүенсә, Германия властары “украин гражданины Довженкола” улар “коммунистик хәрәкәтенең радикаль яҡлаусыһын” күреп, килеүенә шик белдерәләр"<ref>Там же. Л. 3. </ref>. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, шул йылдың апрелендә үк өс айға паспорт шулай ҙа бирелә һәм Довженко [[Берлин]]ға килә, башта Бисмаркштрассе, 69 йортта, ә һуңынан Вильмерсдорф районына күсенеп Падерборнерштрассе, 9 йортта йәшәй башлай. Бында булыуҙың ваҡыты үткәс, йәмғимәт тәртибен һаҡлаусы Комиссариат 1922 йылдың 24 июлендә Довженко артынан бер ниндәй ҙә ғәйеп күҙәтелмәүен ҙә хәбәр итә<ref>Там же. Л. 24. </ref>
 
Боротьбистар идара иткән УССР Наркомпросынан 40 доллар стипендия алғас, Довженко бер йыл тирәһе профессор Вилли Геккельдең шәхси сәнғәь мәктәбендә уҡый, бында ул һынлы сәнғәт эксперессионизмын үҙләштерә. Германияла Довженко Варвара Семеновна Крыловаға өйләнә. 1923 йылдың йәйендә Довженко Украина ҡайтарыла. Довженко үҙе ошолайтып яҙа: “Мин инде партияла түгел инем... Партиянан сығарыуҙы бик ауыр кисерҙем.” Довженко партбилетын юғалтҡандан һуң, уны яңыртырға ашыҡмай һәм ғүмеренең аҙағынаса партияһыҙ булып ҡалыуы билдәле.
 
Марьямов китабынан: Довженко партиянан үҙҙәренең ағзалығын раҫларға тейеш булған саҡта, сираттағы таҙартыуҙы үтә алмау сәбәпле сығарылған. Берлиндан почта аша ебәрелгән Довженконың документтары юғалған була.<ref name="ЖЗЛ" /> Һуңғараҡ, 925 йылда, Василий Блакитный ярҙамы менән улар табыла, шуға ҡарамаҫтан, урындағы бюрократ Довженконан парияға инеү тураһында яғынан ғариза яҙыуҙы талап итә. Довженко был ғәҙелһеҙ талап менән ризалашмай һәм партияла тергеҙелмәй.
89 юл:
 
===Карьераһының үҫеш алыуы һәм тамамланыуы ===
[[Файл:Звенигора, афіша.jpg|right|150px|thumb|«[[Звенигора|Звенигора]] фильмы афишаһы». Сосница музейынан фото.]]
Александр Довженко тәүге тапҡыр үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡтырырлыҡ оҫта булараҡ үҙен “Звенигора” фильмынан һуң таныта, был фильмда ул ғәҙәти булмаған манерала революцион эпосты, сатира һәм шиғриәтте берләштерә ала.
1930 йылда Довженко “Ер” фильмын (1930) төшөрә. Новаторлыҡ кино теле менән режиссер коллективлаштырыу өсөн көрәш, крәҫтиән тормошо нигеҙен һындырған социаль процестар тураһында һөйләй. Фильм күпселек кимәлдә әшәке итеп төшөрөлгән, шуның өсөн ул прокаттан экранға сығыу менән алына. [[Файл: Могила режиссёра Александра Довженко.JPG|200px|thumb|left| Александр Довженко ҡәбере, Мәскәү.]]
102 юл:
1943 йылда “Украина ут эсендә” фильмына яҙылған сценарийы ЦК ВКП (б) Политбюроһында тикшерелгәндән һуң Сталиндан һуңғы сиктә негатив баһаһын ала һәм производствоға алынмай<ref>[http://www.pseudology.org/Documets/Dovjenko_KGB.htm Из докладной записки за июнь 1946 года]</ref>.
 
1944 йылда уҡ Довженко ҡуйырға ниәтләгән шиғри картина "Тормош сәскә ата" шиғри картинаһы идеологик принциптарына яраҡлаштырыу маҡсатында "Мичурин" фильмына әүерелдерелә. Фильм цензура талаптарына тура килтерелеү өсөн бик ныҡ үҙгәртелә һәм яңынан монтажлана. Ҡайһы бер тәнҡитселәр фекеренсә, һөҙөмтәлә бөтөнләй булдыҡһыҙ, пропагандистик пафостан башҡа үҙ эсенә бер нәмә лә алмаған фильм килеп сыҡҡан <ref name="krugosvet.ru">[http://www.krugosvet.ru/enc/kultura_i_obrazovanie/teatr_i_kino/DOVZHENKO_ALEKSANDR_PETROVICH.html Сергей Гавриленко. Статья о Довженко в энциклопедияи «Кругосвет»]</ref>. Башҡа тәнҡитселәр, киреһенсә, идеологик үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, фильм талантлы булып сыҡҡан һәм совет кинематографияһында оло ваҡиға булған тип фильмды хуплағандар<ref>[http://www. name="krugosvet.ru"/enc/kultura_i_obrazovanie/teatr_i_kino/DOVZHENKO_ALEKSANDR_PETROVICH.html Сергей Гавриленко. Статья о Довженко в энциклопедияи «Кругосвет»]</ref>. Кино төшөргән ваҡытта режиссер инфаркт кисерә.
 
Довженконың аҙаҡҡы эше "Һау бул, Америка!" фильмының яҙмышы ла аяныслы. Фильм дәүләт заказы, АҠШ-тан СССР-ға сәйәси ҡасыусы Аннабелль Бюкар китабы мотивтарына эшләнгән агитация памфлеты була. Довженко идеология яғынан ышаныслы булһын өсөн картинаны бер нисә тапҡыр яңынан төшөрә һәм монтажлай. әммә — уникаль осраҡ! — фильм әҙер булды тигәндә, режиссер Мәскәүҙән эште туҡтатыу тураһында әмер ала. Шулай итеп, фильм тамамланмай ҡала. "Һау бул, Америка!" архивта 46 лет ята һәм тик 1995 йылда экрандарға сыға<ref name=Ezersk1>[http://www.vestnik.com/issues/2002/0529/win/ezersky.htm Белла Езерская. «Трагедия художника» «Вестник» 11(296) 29 мая 2002 г] ссылка проверена 2 января 2009</ref>.
 
Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында Довженко педагогик эш менән мәшғүл була — ВГИКта уҡыта. Буласаҡ картиналарына сценарийҙар яҙыуын дауам итә.
 
Довженко "Алтын ҡапҡа" роман - эпопеяһын яҙыуға тотона, был әҫәрҙә ул украин тарихының мөһим боролоштарына туҡталып, төшөнөргә теләй.
 
Александр Довженко 1956 йылдың 25 ноябрендә яңы "ДингеҙДиңгеҙ тураһында поэма" картинаһының беренсе төшөрөү көнө алдынан инфаркттан Переделкинола үҙенең дачаһында вафат була. Фильмды уның вафатынан һуң режиссерҙың тол ҡатыны Юлия Солнцева төшөрә.
 
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән (3 һанлы участка).
125 юл:
* 1994 йылдау Украина Президенты Указы менән Довженко исемендәгекинематография өлкәһендә Дәүләт премияһы булдырыла.
* Сосница ҡасабаһында ([[Чернигов өлкәһе]]) А. П. Довженконың тыуған көнөнән 110 йыл үтеүгә үткәрелгән сараларҙан һуң, 2004 йылдан башлап, «На волнах очарованной Десны» исеме аҫтында Дөйөм украин йәштәр кинофестивале уҙғарыла. Фестивалдең тантаналы асыуы кинорежиссерҙың усадьбаһы - мемориаль музейында үткәрелде, конкурс программаһы А.П. Довженко исемендәге кинотеатрҙа күрһәтелә.
* Довженко исеме урамдарға [[Мәскәү|Мәскәү]]ҙә <ref>[http://maps.google.com/maps?f=q&hl=en&q=&ie=UTF8&ll=55.720983,37.515821&spn=0.007747,0.019913&z=16&om=1 Улица в Москве]</ref>, Волгоградта, [[Киев]]та<ref>[http://maps.yandex.ru/?text=%D0%A3%D0%BA%D1%80%D0%B0%D0%B8%D0%BD%D0%B0%2C%20%D0%9A%D0%B8%D0%B5%D0%B2%2C%20%D0%A8%D0%B5%D0%B2%D1%87%D0%B5%D0%BD%D0%BA%D0%BE%D0%B2%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9%20%D1%80%D0%B0%D0%B9%D0%BE%D0%BD%2C%20%D1%83%D0%BB%D0%B8%D1%86%D0%B0%20%D0%94%D0%BE%D0%B2%D0%B6%D0%B5%D0%BD%D0%BA%D0%BE&sll=30.44722%2C50.458614&sspn=0.001455%2C0.008281&l=map Улица в Киеве]</ref>, [[Одесса|Одессе]]<ref>Саркисьян К.С., М.Ф. Ставницер. Улицы рассказывают. Очерки. Изд. 5-е, испр. и доп.. – Одесса, Маяк, 1976. - c. 241 - 243</ref>, [[Львов]]та һәм Яңы Каховка ҡалаһында бирелгән.
* [[Одесса|Одесса]]ла киностудияның төп бинаһында мемориаль таҡта ҡуйылған.
Яңы Каховкала (Ленин урамы, 25) һәм [[Берлин]]да (Бисмаркштрассе, 69) ул йәшәгән йорттарҙа шулай уҡ мемориаль таҡталар ҡуйылған.
*Яңы Каховкала 2012 йылда ҡала ял паркында ([[Днепр]] буйы) һәйкәл ҡуйылған<ref name=gazetaua1>[http://gazeta.ua/ru/articles/culture/_v-novoj-kahovke-otkryli-pamyatnik-aleksandru-dovzhenko/457276 В Новой Каховке открыли памятник Александру Довженко] </ref>, скульпторҙар — Николай Рашевский һәм Владимир Потребенко.
* Довженко исемендәге кинотеатр [[Харьков]]та
* Довженко исемендәге кинотеатр [[Львов]]та
144 юл:
Композиция төҙөлөшө, һәр кадрҙың ентекләп эшләнеүе — Довженконың тәжрибәле оҫта булараҡ үҙенсәлеге. Идеология был эштәрҙә мәнгелек ҡиммәттәр менән ҡыҫырыҡланып,икенсе планға күсә. Сергей Эйзенштейндың динамик манераһынан айырмалы Довженко камераһы бер аҙ хәрәкәтһеҙ күренә һәм кадрҙар фотографияларҙы хәтерләтә. Сәхнә сиселештәренең саялығы, сәхнә күренештәренең тәбиғи алмашыныуы, "йәбештереүҙәр" һиҙелмәүе режиссерҙың арҙаҡлы замандаштарын да ғәжәпләндергән. Довженконың новаторлыҡ монтажлауы кинематографҡа донъя кмимәлендә тәьҫир иткән. Григорий Михайлович Козинцев Довженконың фильмдарынан үҙенең тәьҫораты тураһында ошолай тип яҙған:
{{Цитата башы}}
Сколько уж лет прошло, а всё мчатся на меня кони из «Арсенала», я вижу со всей отчетливостью, как выкатывает на сцену пулемёт батько Боженко, пляшет в лунную ночь тракторист, лежит под яблоней старый дед, и Мичурин идёт сквозь ветер и летящие рыжие листья. Повторяли — не получалось. Фильм Бертолуччи, «Двадцатый век»: старик умирает под яблоней. Сравнение с «Землёй» уничтожает фильм режиссёра. У Довженко кадры скреплены страстью. Для того, чтобы потрясать, — надо быть потрясённым<ref name=Kovrov>[http://www.zavtra.ru/cgi//veil//data/zavtra/03/494/81.html М.Ковров. Довженко] </ref>.{{Цитата аҙағы}}
 
Довженконың бөтә ижады аша ҡыҙыл еп менән кешенең һәм тәбиғәттең берлеге темаһы үтә. Айырыуса сағыу "Земля" һәм цензура тарафынан йолҡҡосланған "Жизнь в цвету" картиналарында кәүҙәләндерелә. Ул яланғас киноэстетика менән мауыҡмай, Довженконы кеше ғүмеренең уникаль ҡиммәтлеге ҡыҙыҡһындыра. Довженконың ижадын өйрәнеүсе Рауль Хаузман режиссерҙың ижади манераһы үҙенсәлектәре тураһында яҙған:<ref name=SlovarKino>Энциклопедический словарь Кино. М. 1986. стр 126</ref>
227 юл:
* [http://www.ukrlib.com.ua/books/book.php?id=21 Избранные произведения {{ref-uk}}]
* [http://razumny.ru/dovzhenko.htm Воспоминания современника об А. П. Довженко]
 
 
[[Категория:Тауышһыҙ кино режиссёрҙары]]