Австро-Венгрия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: дингеҙ → диңгеҙ (2) using AWB
120 юл:
[[Пруссия]] менән мөнәсәбәттәр шулай уҡ ''Германия конфедерацияһы''нда Австрия һәм Пруссияның үҙ-ара ярышы һәм Невшателдең вариҫлығы буйынса конфликт өсөн көйһөҙләнә.
 
1859 йылда Сольферино янындағы алышта Австрия ҡораллы көстәренең ҡыйралыуына, ''Ломбардия''ны юғалтыуға һәм көслө ''Италия короллеге'' булдырыуына килтергән Австрия-Италия-Франция һуғышы ҡуба. Һуғышта ҡыйралыуы империяла бик көслө эске кризис тыуҙыра. Хакимиәттең тулыһынса һәләтһеҙлеге әүҙем ғәмәлдәргә һәм империя сәйәсәте ярҙамынан милләттең баш тартыуы асыҡтан-асыҡ билдәләнә. Хөкүмәткә ҡаршы күмәк кеше ҡатнашлығындағы сығыштар башлана, айырыуса көслөләре Венгрияла була. 1860 йылдың 15 мартында Пештта 1848—1849 йылдарҙағы революция иҫтәлегенә, Иштван Сеченьи вафатынан һуң ил буйынса митингтар үтә.
 
Быларҙың барыһы ла императорға илдең милли хәрәкәттәренә ҡайһы бер ташламалар бирергә мәжбүр итә. 1860 йылдың 20 октябрендә «Октябрь дипломы» — региондарҙың автономияһын тергеҙгән һәм региональ ландтагтарҙың, тәү нәүбәттә, закон сығарыу инициативаһы алған Венгрия дәүләт йыйылышының хоҡуҡтарын киңәйткән империяның яңы конституцияһы баҫыла.
242 юл:
[[28 октябрь|28 октябрҙә]] чехтарҙың милли комитеты [[Чехословакия]], [[29 октябрь|29 октябрҙә]] ''Словения, Хорватия һәм Сербия дәүләтен'' иғлан ите, [[31 октябрь]] көндө [[Будапешт]]та ҡораллы ихтилал була һәм Австрия императоры ил өҫтөнән контролде юғалта. [[1 ноябрь|1 ноябрҙә]] ''Көнбайыш Украина халыҡ республикаһы'', [[6 ноябрҙә]] — [[Польша]] иғлан ителә. Шул уҡ көндө Карл I Австрия тәхетенән баш тарта. Австро-Венгрия үҙенең йәшәйешен туҡтата.
 
Германия менән союздаш [[Австрия Республикаһы|Австрия Республикаһы]] иғлан ителә, әммә һуңыраҡ был союз Версалдә, Сен-Жермендә һәм Трианонда ҡул ҡуйылған Париж конференцияһы солох килешеүенә ярашлы тыйыла.
 
Элекке империя территорияһы эсендә бер нисә яңы дәүләт барлыҡҡа килә — Чехословакия, Польша, [[Австрия Республикаһы]], [[Венгрия]]. Ҡалған ил төбәктәре [[Румыния]], [[Югославия]] һәм [[Италия]] составтарына инә.
406 юл:
Австрия парламенты предприятеларҙа эште яйға һалыуға булышлыҡ иткән бер нисә закон сығара. [[XIX быуат]] аҙағында Австрияның христиан-социаль партияһы эшселәрҙең хоҡуҡтарын Венала ғына булһа ла, тулы кимәлдә яҡлап сығыуға ирешә<ref name="mozg armii" />.
 
Австро-Венгрияла транспорт системаһы үҫеш алған була. Диңгеҙ һәм йылғаларҙа сауҙа итеү үҫешкән һайын яңы юлдар һалыу һәм иҫкеләрҙе йүнәтеү кәрәклеге асыҡлана. Эре сәнәғәт үҙәктәре үҙ-ара [[1873]] йылғы кризисҡа тиклем 9600 километр һалынған тимер юлдары менән бәйле була. Барлыҡ тимер юл селтәренең 90 % дәүләт милкендә була. Австро-Венгрия инженерҙары юлдар төҙөүҙә ил эсендә лә, илдән ситтә лә ҡатнашалар. Улар ярҙамында Европа менән Истамбулды бәйләгән Көнсығыш тимер юлы ҡорола<ref name="sait" />. Йылғалар буйлап хәрәкәт итеү уңайлы булһын өсөн, каналдар төҙөлә. Шулай уҡ Австро-Венгрияның Триеста базаһы булған ҡеүәтле дингеҙдиңгеҙ сауҙа флоты төҙөлә. Триест империяның емерелеү осорона эре сауҙа үҙәгенә һәм иң мөһим дингеҙдиңгеҙ портына әйләнә.
 
Иҡтисадтың тиҙ үҫешенә ҡарамаҫтан, ул сит ил инвестицияларынан башҡа йәшәй алмай. Башлыса империяның предприятиеларына аҡсаны [[Германия]] һәм [[Бөйөк Британия]] индерә. [[XX быуат]]ҡа хәрби сәнәғәттең күпселек өлөшө Германия инвесторҙары контроле аҫтында була<ref name="sait" />.