Игнац Филипп Земмельвайс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
23 юл:
[[1847 йыл]]да, бала табыусы күп кенә ҡатындарҙағы бәпесләгәндән һуң ҡан ағыуланыу (сепсис) сәбәптәрен, айырым алғанда, дауаханала бала табыуҙан һуң үлем осраҡтары өйҙә бәпесләгәндән һуң үлеүҙәрҙән күпкә (30—40 һәм хатта 50 процентҡа) артыҡ
икәнен, — аңларға тырышып, Земмельвайс «инфекцияны дауахананың инфекцион һәм патологоанатомик бүлектәренән килтерәләр» тигән фекергә килә. Ул ваҡыттарҙа табиптар, мәйет ярыу бүлмәһендә эшләп, ҡулдарын ҡулъяулыҡтары менән генә һөрткөләп, туп-тура бала табыусы янына килер булған. Бынан сығып, Земмельвайс ауырлы һәм бәпесләгән ҡатындар янына барасаҡ дауахана персоналын ҡулдарын хлорлы эзбиз иретмәһәнә тығып алып йоғошһоҙландырырға (зарарһыҙландырырға) мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә ауырлы һәм бала тапҡан ҡатындар, яңы тыуған сабыйҙар араһында үлем осраҡтары 7 тапҡырҙан күберәккә кәмей — 18-ҙән 2,5 процентҡа төшә.
 
Әммә Земмельвайстың фараздары тиҙ генә танылыу алмай. Ул ғына түгел, был асышты ҡулланыу күп ҡаршылыҡтарға осрай: ҡаты тәнҡит асышҡа ғына түгел, табиптың үҙенә ҡаршы ла йүнәлтелә — һөнәрҙәштәре Земмельвейстан туранан-тура көлөп кенә ҡалмай, хатта уны, яла яғып, эҙәрлекләй башлай.
 
Клиникала үлем осраҡтары ҡырҡа кәмеһә лә, уның директоры доктор Клейн, ҡулдарҙы стерилләүҙе индергәндән һуң үлемдең кәмеүен күрһәткән статистиканы баҫтырып сығарыуҙы тыйып, Земмельвейсты эштән ҡыуа. Өҫтәүенә, Клейн статистиканы баҫып сығарыуҙы донос итеп һанаясағын да белдерә.
 
Земмельвейс танылған табиптарға хаттар яҙа, төрлө медицина конференцияларында сығыш яһай, үҙ иҫәбенә табиптарҙы яңы алымға өйрәтә, [[1861 йыл]]да «Этиология, сущность и профилактика родильной горячки» ({{lang-de|Die Aetiologie, der Begriff und die Prophylaxis des Kindbettfiebers}}) исемле айырым ғилми хеҙмәт баҫтыра. Алдынғы ғалим-табиптың бөтә был тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, уның асҡан ысулы үҙе тере саҡта бөтөнләй тиерлек алмай һиҙелерлек киң танылыу алмай, ә бөтә донъяла бала табыусы ҡатындарҙың сепсистан үлеүе дауам итә.
 
== Хәтер ==