Елизавета паркы (Таганрог) — версиялар араһындағы айырма

'''Елизавета паркы''' — Таганрогтағы элекке ҡала паркы. Император [[Александр I]] һәм уның ғаиләһенең яратҡан ял итеү урыны. Хәҙерге ваҡытта парк территорияһын авиация предприятиеһе — Г. М. Бериев исемендәге Таганрог авиация фәнни-техник комплексы (Г. М. Бериев исемендәге ТАВИА һәм ТАФТК) биләй.
 
Елизавета паркына [[1825 йыл|1825 йылдың]]дың көҙөндә нигеҙ һалына, император ғаиләһенең милкендә була. [[Александр I]] ҡатыны Елизавета Алексеевна хөрмәтенә аталған. Парк Таганрог территорияһының Карантин тип аталған бер өлөшөн биләй. Паркты эшләтеү өсөн [[Александр I]] [[Англия|Англиянан]] баҡсасы Грейҙы саҡыртып ала, ул карантин баҡсаһын киңәйтә һәм унда ағастар ултыртып сыға. Парктың йүкә, дардар, саған ағастарынан торған буйға һуҙылған киң аллеяһы һәм парктың ҡапҡаһынан алып эскәмйәләр торған түңәрәк майҙансыҡ урынлашҡан ярлауға тиклем һуҙылған арҡыры аллеяһы бар. Ярлау буйлап сирень ҡыуаҡтары ултыртылған. Парк майҙаны яҡынса 2,5 га тәшкил итә. [[1826 йыл|1826 йылдың]] яҙында Елизавета Алексеевна Таганрогтан китер алдынан паркты ҡала ҡарамағына тапшыра, парк Таганрог халҡына ял итеү өсөн асыла. Таганрогта император ҡушағаһы булыу иҫтәлеге итеп паркта матур «Император беседкаһы» урынлаштырыла. Паркта яҙыусы [[Антон Павлович Чехов]] булған, был урынды ул «Уттар» повесында һүрәтләй.
 
== Тарихы ==
14 454

үҙгәртеү