Ҡондорса буйындағы яу: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
53 юл:
1391 йылдың башында Туҡтамыш хан Аҡһаҡ Тимергә солох тәҡдиме менән илселәрен ебәрә. 21 февралдә йыһангир ҡоролтай йыйып, үҙенең уғландары һәм әмирҙәре менән кәңәшләшкәс, илселәрҙе үҙе менән бергә алып, һәр төмәнгә шул илселәрҙән берәр кешене юл күрһәтеүсе итеп беркетеп, яуға сыға.
 
Шулай итеп, Аҡһаҡ Тимерҙең ғәскәре хәҙерге [[Ташкент]] тирәһенән ҡуҙғалып, [[Күк Урҙа]]ның Сауран, Ҡарасуҡ, Яҫы ҡалалары аша үтә, артабан хәҙерге [[Ҡаҙағстан]] буйлап аҡҡан Һарыһыу ({{lang-kk|Сарысу}}) буйлап бара. «Шул төндә Йеҙекәй-үзбәктең ике нөгәре ҡасты һәм далалар, сүлдәр аша Туҡтамыш-ханға китте»<ref name=js />. Тап бына шулар була ла инде Туҡтамыш ханға Аҡһаҡ Тимерҙең ябырылыуы тураһында тәүге хәбәр биреүселәр. Шунан һуң ғына Алтын Урҙала ашығыс мобилизация башлана. Туҡтамыш хан Тимер һөжүмен иң яҡын һәм тура юлдан көткәнлектән, Урҙаның төп хәрби көстәре [[Волга|Волганың]]дең уң яры яғында ҡала.
 
Ул арала Олотау тауҙарын ({{lang-kk|Ұлытау}}) уң яҡта ҡалдырып, Тимерҙең ғәскәре Иланчуҡ ({{lang-kk|Ұлы Жыланшық}}) йылғаһына сыға. Олотауҙың Алтыншокы ({{lang-kk|Алтыншоқы}}) тауы буйындағы ташта, хәҙерге Ҡаҙағстанда XX быуаттың 30-сы йылдарында табылған, [[Эрмитаж]]да һаҡланған ташта уйылған: «Торан солтаны Тимер ике йөҙ меңлек ғәскәре менән Туҡтамын хандың ҡанын көҫәп юлға сыға». Бында Аҡһаҡ Тимер ғәскәренә бер ни тиклем артабан ял бирә лә, [[Тубыл йылғаһы]]на табан йүнәлә.