Юҡҡа сығып барыусы төрҙәр — версиялар араһындағы айырма

Күп осраҡта төр насар һаҡланғанға түгел, ә һаҡлау дөрөҫ ойошторолмауҙан юҡҡа сыға. Мәҫәлән, гөбөргәйелдәрҙән Rafetus vietnamensis төрө киҫкен хәлдә дүрт кенә бөртөк тороп ҡалған. [[Вьетнам]]дағы боронғо риүәйәттәр буйынса Хоанкьем күлендәге был төрҙең ата заттары изгеләштерелгән. [[Ҡытай]] хакимлегенә ҡаршы сығыусы Ле Лой Тхуантхьен ҡылысын тап ошо күлдең гөбөргәйеленән алған һәм еңеүҙән һуң кире ҡайтарып биргән. Күлдең исеме лә шунан: Hồ Hoàn Kiếm-Ҡылысы кире ҡайтарылған күл. Тағын бер ата гөбөргәйел [[Ханой]] эргәһендәге икенсе бер күлдә йәшәй. Ҡалған икәүһе (ата һәм донъялағы берҙән-бер инә зат) Сучжоуҙа (ҠХР). Тик йомортҡалары аталанмауынан ата зат фертил түгел тигән һығымта килеп сыға.Әммә вьетнам йолалары буйынса кейәү янына кәләш үҙе килергә тейеш тип гөбөргәйелде Ҡытайға биргеләре килмәй. Ә Ҡытай Вьетнам үҙ-ара һәм ер өсөн көсөргәнешле хәлгә бәйле (Парасель утрауҙары, Спратли утрауҙары һәм башҡалар) кәләште Вьетнамға биреүҙән баш тарта. Ә инде сперма алырға тырышыу гөбөргәйел өсөн үлем менән тамаланыуы бар. Шулай итеп, был төрҙө ниндәй яҙмыш көтөүе билдәһеҙ<ref>Журнал Вокруг Света, № 8 (2851), август 2011</ref>.
 
Заттар һаны элеккеһенән тиҫтәләрсә артҡан осраҡта ла, ареалдары күпкә бәләкәй булыуы бар. Мәҫәлән, алыҫ көнсығыш леопарды (40 тирәһе зат) 400000 гектар, йәки 400 квадратныхквадрат километракилометр биләмәлә йәшәй. Уның да күп өлөше Китайға тура килә. Уларҙың таралыуына ҡалын ҡарҙан ҡурҡыуҙары ҡамасаулай. Әҙ һанлы булыуҙары һәм туған-ара ҡауышыуҙар арҡаһында генетик төрлөлөк бик ярлы. Был, үҙ сиратында лейкемия кеүек нәҫел сирҙәренең ҡалҡып сығыуына булышлыҡ итә. Урмандарҙы ҡырҡыу, браконьерлыҡ (һөйәктәре көнсығыш медицинаһында юғары баһалана, тиреһенә лә һорау ҙур) ҙур хәүеф булып тора. Леопардтың тәбиғи дошмандары ла бар, амур юлбарыҫы. (отошло яғы-был биләмәлә йәнлектәр ныҡ һаҡлана (ә леопардҡа һунар 1956 йылдан ғына тыйыла). Күпмелер өлөше зоопаркта 1961 йылдан һаҡлана. Йыш ҡына унда икенсе төрсә(подвид) ҡытай леопарды менән ҡауышыуҙар осраштыра. Әммә ғалимдарҙың күпселеге был генетик яҡтан ныҡ ярлыланған популяция өсөн нәҫеллек материалын байытыу сығанағы тигән фекерҙә.
Уңышҡа ышанып етмәһәләр ҙә, леопардтарҙы тәбиғи шарттарға әҙерләү өсөн питомниктар төҙөү күҙаллана. Икенселәре,төп төп көстө ҡырағай популяцияны һаҡлауға йүнәлтеү яғында. Леопард йәшәгән биләмәләрҙә( 262000 гектар ерҙә, ареалының 60  %), [[«ЗемляЛеопард леопардаере» милли паркы]] төҙөлә. Бынан алда WWF, 2001 йылдан алып ун йыл буйына тегендә — бында бүлгеләнеп бөткән хужалыҡтарҙан һаҡлау майҙаны булдыра. Унда административ тораҡ, туристик комплекс һәм фәнни объект төҙөлә, алтмышҡа яҡын фотоау (фотоловушка) ҡуйыла. Паркта өс һаҡлау зонаһы  — тейелгеһеҙ (бөтә төр, хатта фәнни маҡсатта ла тәьҫир тыйыла), керергә рөхсәт булған зона һәм фәнни зона (ғалимдар өсөн генә).
 
Элек леопардтар Хабаровсктан Пекинға һәм [[Төньяҡ Корея]]ның бер өлөшенә тиклем һуҙылған биләмәлә осраған. Браконьерлыҡ өсөн Рәсәйҙә хөкөм ҡаты –леопардты-леопардты үлтергән өсөн 500000 һум штраф һәм 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү ҡаралған. Яһалма эйәрсендәрҙән күҙәтеү өсөн 2 леопардтың муйынсаһына мәғлүмәт тапшырып тороусы механизм (датчик) ҡуйылған. Был уларҙың күсеп йөрөүен күҙәтергә ярҙам итә. Тәүҙә клар бишәү була. Икәүһе сафтан сыға, берәүһен кемдер үлтерә<ref name="ВС2868">Журнал Вокруг Света, № 1 (2868), январь 2013</ref>.
 
==Иҫкәрмәләр ==
42 874

үҙгәртеү