Әлибай Мырҙағолов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
викилаштырыу
27 юл:
Әлибай Мырҙағолов сығышы менән [[Ырымбур губернаһы]] [[Нуғай даруғаһы]] [[Мең (ҡәбилә)|Ҡырҡөйлө-Мең]] улусы (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Шишмә районы]] [[Әлбәй]] ауылы) [[Суҡраҡлы]] ауылы [[башҡорттар]]ынан<ref name="ЭБЭ2013">{{ЭБЭ2013|index.php/8-spisok/8667-alibaj-murzagulov|Алибай Мурзагулов|автор=[[Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы|Кулбахтин Н. М.]]}}</ref><ref name="Таймасов С. У."/>.
 
Уның ш әжәрәһе артабанғыса булған: ''Көтәпәй (Түтәй) — Абҙай — Мырҙағол — Әлибай''. Мең улусы башҡорто тархан ''Абҙай Көтәпәев'' [[Башҡорт ихтилалы (1662—1664)|1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын]] баҫтырыуҙа ҡатнаша. Атаһы ''Мырҙағол Абҙаев'' [[Башҡорт ихтилалдары (1735—1740)|1735—1737 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында]] ҡатнашҡан. Әлибай Мырҙағоловтың өс улы булған: ''Килдеғол'' (1750-?), ''Хәмит'' (1759—1812) һәм ''Хурамша'' (1760—1812)<ref name="Асфандияров А. З.">{{книга|автор=[[Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы|Асфандияров А. З.]]|заглавие= Тархан Алибай — общественный деятель // Башкирские тарханы|ссылка=|ответственный=|место=Уфа|издательство=Китап|год=2006|том=|страниц=160|страницы= 65-67|isbn=5-295-03700-2|ref=}} </ref>.
 
Ҡырҡөйлө-Мең улусы старшинаһы, Нуғай даруғаһының төп старшинаһы вазифаларын башҡара.
37 юл:
1759 йылда Әлибай Мырҙағолов башлығында Нуғай даруғаһы кешеләре уларҙың ерҙәрендә мишәрҙәр һәм татарҙарҙың үҙ-аллы килеп урынлашыуына протест белдереп Өфө провинциаль канцелярияһына мөрәжәғәт итә{{sfn|История башкирского народа|2011|с=280}}.
 
[[Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы|1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы]] башланғас, 1773 йылдың октябрендә [[Өфө провинцияһы]]ның [[Стәрлетамаҡ]] пристане эргәһендә башҡорт-мишәр хөкүмәт командаһын ойоштороуҙа ҡатнаша. Е. И. Пугачёвтан указ ала. 1773 йылдың ноябрь башында [[Салауат Юлаев]] менән бергә командаларҙың бер өлөшөн (1200 кешене) баш күтәреүселәргә килтерә<ref name="Таймасов С. У.">{{книга|автор=[[Таймаҫов Салауат Усман улы|Таймасов С. У.]]|заглавие=Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане|ссылка=|ответственный=|место=Уфа|издательство=Китап|год=2000|том=|страниц=376|страницы=203-204 |isbn=5-295-02163-7|ref=Таймасов С. У.}} </ref>.
 
1774 йылдың мартына ҡәҙәр Берда ихтилалсылар үҙәгендә [[Кинйә Арыҫланов]]тың ставкаһында хеҙмәт итә. [[Ырымбур]]ҙы ҡамауға алғанда, Кинйә Арыҫланов менән бергә башҡорт атлылары менән етәкселек итә<ref name="Таймасов С. У."/>.