Детройт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
206 юл:
Буш булмаған өйҙәр тығыҙлығы шулай уҡ кәмегән – Детройтта барлығы 269 445 өйҙә (2010 йылға ҡарата) кемдер йәшәй. Демографик көрсөк арҡаһында йорттар, бизнес-үҙәктәр күпләп ташландыҡ, емереклек хәленә килә бара<ref> Binelli, Mark (9 ноябрь, 2012й.) [http://www.nytimes.com/2012/11/11/magazine/how-detroit-became-the-world-capital-of-staring-at-abandoned-old-buildings.html?pagewanted=all "How Detroit Became the World Capital of Staring at Abandoned Old Buildings"]. The New York Times. {{ref-en}}</ref>.
 
===Музыка===
==Мәҙәни тормошо==
===Музыка===
[[1940]] йылдарҙың аҙағынан тере музыка Детройттың төнгө тормошона хас үҙенсәлеге булып тора. Ошо осорҙа [[Джон Ли Һукер]] һәм башҡа киң билдәле [[блюз]] йырсылары тыуған яҡтары [[Миссисипи]]нан Детройт һымаҡ төньяҡ ҡалаларына дельта-блюз стилен килтерә. [[1950]]-се йылдарҙа иһә ҡала [[джаз]] үҙәгенә әүерелә. Хәҙерге көндә лә йыл һайын джаз һөйөүселәр ''Детройт джаз фестивале''нә йыйыла. [[1958]] йылда нигеҙләнгән ''Мотаун'' тауыш яҙҙырыу компанияһы (''Motown'', ''motor'' һәм ''town'' һүҙҙәренән ҡыҫҡартылып яһалған) ҡалаға Motown атамаһы аҫтында билдәлелек килтерә. [[1976]] йылда ''KISS'' рок төркөмө «''Detroit Rock City''» йырын сығарғандан һуң, Детройт йәнә лә ''Рок ҡалаһы'' тип атала башлай. [[1990]]-сы йылдарҙа, [[2000]]-се йылдар башында ҡалала [[хип-хоп]] йүнәлеше үҫешә башлай, ошонда ''Эминем'' үҙенең музыкаль карьераһын башлай. [[1980]]-се йылдарҙа Детройтта [[техно]] стиле ярала. [[2000]] йылдан алып йыл һайын май аҙағында бында «''Movement''» исемендәге ''Детройт электрон музыка фестивале'' уҙғарыла.
 
==Спорт==
Детройт – [[Төньяҡ Америка]]ның дүрт төп спорт төрөнөң дә командаһы булған [[АҠШ]] ҡалаларының береһе.
{| class="wikitable"
|-
! scope="col" | Команда исеме
! scope="col" | Спорт төрө
! scope="col" | Стадионы
! scope="col" | Нигеҙләнгән
! scope="col" | Еңеүҙәре
|-
! scope="row" style="font-weight: normal; text-align: center;" | ''Детройт Лайонс'' (Детройт арыҫландары)
|[[Америка футболы]]
|''Форд Филд''
|[[1930]]
|4 (НФЛ)
|-
! scope="row" style="font-weight: normal; text-align: center;" | ''Детройт Пистонс'' (Детройт оршендәре)
|[[Баскетбол]]
|''Пэлас оф Оберн-Хиллс''
|[[1941]]
|2 (НБЛ), 3 (НБА)
|-
! scope="row" style="font-weight: normal; text-align: center;" | ''Детройт Ред Уингз'' (Детройт ҡыҙыл ҡанаттары)
|[[Хоккей]]
|''Джо Луис Арена''
|[[1926]]
|11
|-
! scope="row" style="font-weight: normal; text-align: center;" | ''Детройт Тайгерс'' (Детройт юлбарыҫтары)
|[[Бейсбол]]
|''Комерика Парк''
|[[1894]]
|4
|}
[[1935]]-[[1936]] йылдарҙа Детройт «арыҫландары», «юлбарыҫтары» һәм «ҡанаттары» өс спорт төрөндә лә чемпион титулдары яулап, ҡалаға ''Чемпиондар ҡалаһы'' исемен килерә.<ref>Zacharias, Patricia (22 август, 2000 йыл). "Detroit, the City of Champions". Michigan History, The Detroit News. {{ref-en}}</ref>
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Детройт» битенән алынған