Башҡорт ихтилалдары (1735—1740): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ҡалып
152 юл:
Карателдәрҙән ҡасып, тыуған илен ташлап, ҡаҙаҡтарға һәм ҡалмыҡтарға киткән башҡорттарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Уларҙың күбеһе әсирлеккә эләкте һәм урындағы феодалдарҙың ҡолона әйләндерелде. Әсирлеккә эләккәндәрҙең күпселеге, шулай уҡ уларҙың ҡатындары һәм балалары, суҡындырылды һәм «теләгән рус кешеләренә» (охочим) бирелде, баш бирмәгәндәрҙе — язаланылар. Мәҫәлән, 1738 йылдың апрелендә Екатеринбургта яңы суҡындырылған Туйгилде Жүләков, «суҡындырылғандан һуң да, Мөхәммәт ҡанунынан сыҡмаған өсөн», балаларының күҙ алдында яндырылып үлтерелгән.
 
1739 йылдың апрелендә, өс тапҡыр тыуған иленә ҡайтыу теләге менән ҡасып киткән, суҡындырылған башҡорт ҡатыны [[Киҫәнбикә Байрасова]] яндырылған. Шул уҡ йылдың 14 мартында генерал Соймонов енәйәт эше буйынса ҡағыҙға ҡул ҡуйған: «Суҡындырылған һәм Катерина тигән исем бирелгән, Башҡортостанға өс тапҡыр ҡасып китергә маташҡаны һәм, Христиан Законын ҡалдырып, ҡабат басурманлашҡаны өсөн, башҡалар ҡурҡһын, тип, был башҡорт ҡатынын язалап, утта яндырып, үлтерергә. Шуны ишеткәндәр язаланһын» (ГАСО. Ф. 24. Оп. 1. Д. 818. С. 243). Ҡыйыу ҡатын башҡорт казагы Роман Исаевтың тәҡдирен бүлешкән<ref>М. С. Бураҡаева «Киҫәкбикә» хикәйәһе</ref>
 
П. И. Рычков язаланғандарҙың һанын дөйөмләштергән — 28491 кеше. Ҡорбандар тураһында был мәғлүмәт тулы булмаһа ла, ихтилалды баҫтырыу ни тиклем дәрәжәлә аяуһыҙ, ҡанһыҙ булғанлығын күрһәткән.