Детройт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
205 юл:
 
Буш булмаған өйҙәр тығыҙлығы шулай уҡ кәмегән – Детройтта барлығы 269 445 өйҙә (2010 йылға ҡарата) кемдер йәшәй. Демографик көрсөк арҡаһында йорттар, бизнес-үҙәктәр күпләп ташландыҡ, емереклек хәленә килә бара<ref> Binelli, Mark (9 ноябрь, 2012й.) [http://www.nytimes.com/2012/11/11/magazine/how-detroit-became-the-world-capital-of-staring-at-abandoned-old-buildings.html?pagewanted=all "How Detroit Became the World Capital of Staring at Abandoned Old Buildings"]. The New York Times. {{ref-en}}</ref>.
 
==Мәҙәни тормошо==
===Музыка===
[[1940]] йылдарҙың аҙағынан тере музыка Детройттың төнгө тормошона хас үҙенсәлеге булып тора. Ошо осорҙа [[Джон Ли Һукер]] һәм башҡа киң билдәле [[блюз]] йырсылары тыуған яҡтары [[Миссисипи]]нан Детройт һымаҡ төньяҡ ҡалаларына дельта-блюз стилен килтерә. [[1950]]-се йылдарҙа иһә ҡала [[джаз]] үҙәгенә әүерелә. Хәҙерге көндә лә йыл һайын джаз һөйөүселәр ''Детройт джаз фестивале''нә йыйыла. [[1958]] йылда нигеҙләнгән ''Мотаун'' тауыш яҙҙырыу компанияһы (''Motown'', ''motor'' һәм ''town'' һүҙҙәренән ҡыҫҡартылып яһалған) ҡалаға Motown атамаһы аҫтында билдәлелек килтерә. [[1976]] йылда ''KISS'' рок төркөмө «''Detroit Rock City''» йырын сығарғандан һуң, Детройт йәнә лә ''Рок ҡалаһы'' тип атала башлай. [[1990]]-сы йылдарҙа, [[2000]]-се йылдар башында ҡалала [[хип-хоп]] йүнәлеше үҫешә башлай, ошонда ''Эминем'' үҙенең музыкаль карьераһын башлай. [[1980]]-се йылдарҙа Детройтта [[техно]] стиле ярала. [[2000]] йылдан алып йыл һайын май аҙағында бында «''Movement''» исемендәге ''Детройт электрон музыка фестивале'' уҙғарыла.
 
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Детройт» битенән алынған