Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Музыкант |Имя = Фәриҙә Камалетдинова |Изображение = |Описание изо…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

09:57, 13 апрель 2017 өлгөһө

Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы (1916 йыл, 25 август — 2008 йыл, 15 ғинуар) — актриса, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1967).

Фәриҙә Камалетдинова
Тулы исеме

Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы

Тыуған

25 август, 1916 йыл

Тыуған урыны

Татар Малаяҙы ауылы, Салауат районы, Башҡортостан Республикаһы, СССР

Үлгән

15 ғинуар, 2008 йыл

Үлгән урыны

Башҡортостан, Рәсәй

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

актриса

Әүҙем йылдары

1935—2008

Наградалар

Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964)

Тормош юлы

Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы 1916 йылдың 25 авгусында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Малаяҙ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Татар Малаяҙы ауылы) донъяға килә. Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1935 йыл, Х. Бохарский курсы), Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы булып эш башлай.

Төп ролдәре

Классик драматургияла:

  • Полина («Төшөмлө урын» — «Доходное место», А. Н. Островский; дебют, 1935);
  • Пелагея («Мещандар» — «Мещане», Максим Горький);
  • Һөт әсәһе («Ромео менән Джульетта» — «Ромео и Джульетта», Уильям Шекспир);
  • Бианка («Отелло», Уильям Шекспир);
  • Матрена («Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә» — «Власть тьмы», Лев Толстой);
  • Агафья Тихоновна («Өйләнеү» — «Женитьба», Н. В. Гоголь) һәм башҡалар.

Уйнау оҫталығы

Уйнаған ролдәре кәүҙәләндереү оҫталығы менән айырылып тора. Ижади алымдарының үҙенсәлеге — тойғоларҙы нескә итеп асып биреү, ролде тәрән аңлап башҡарыу, лиризм.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Әҙәбиәт