Мәжлес йыры (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
51 юл:
«Мәжлес йыры» йырында халыҡ аҡылы, киләсәккә ышаныс мотивтары асыҡ сағыла. Йыр кешене ҡыйыу һә түҙемле, тыйнаҡ һәм намыҫлы булырға, дуҫтарға һөйөү менән ҡарарға өйрәтә. Тулы драматизм һәм хистәр сафлығы хас был йырға.
 
Ҡунаҡта, байрам табынында, туйҙа барлыҡ хистәр, ҡотлауҙар, үҙ-ара маҡтау һүҙҙәре фәҡәт йыр формаһында бирелер булған. Йыр борон-борондан бындай осрашыуҙарҙың йөҙөк ҡашы — биҙәге булған, һәр ҡунаҡ хужаға хөрмәт йөҙөнән ниндәй ҙә булһа бер йыр йырлауҙы үҙенең намыҫ эше тип ҡараған. Мәжлес йырҙары, нигеҙҙә, яңғыҙ башҡарыла, ҡара-ҡаршы йырлау формалары ла осрай — бында туғандарҙың бер төркөмө икенсе төркөмгә мөрәжәғәт итә. Был жанрға бәйле бихисап традицион текстар көн итә, «Мәжлес йыры» — шуларҙың береһе.
 
«Мәжлес йыры» башҡорт халыҡ йырҙарының тормош-көнкүреш йырҙар төркөмөнә инә. Был төркөм йырҙары ауыр тормош шарттарында ла халыҡ күңеленең оптимистик асылын сағылдыра. Уйын-көлкө, һый-хөрмәт, ҡунаҡ-төшөм тураһындағы йырҙар, һис шикһеҙ, донъянан төңөлмәгән, киләсәккә ышаныс менән ҡараған һәм үҙендә ҙур рухи көс барлығын тойған халыҡ күңелендә генә тыуырға мөмкин. «Мәжлес йыры» — бының асыҡ үрнәге.
 
== Әҙәбиәт ==