Мәжлес йыры (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
25 юл:
Асылмаҫмы күңелдәр бергәләп ултырып.<br>
}}
Оҙон йырҙар төркөмөнә ҡарай. Оҙон, архаик төҙөлөшлө көйгә нигеҙләнгән. Фәлсәфәүи-эпикТекст характерҙастандарт структуралы лаконик көйгә йырлана.
 
Йыр фәлсәфәүи-эпик характерҙа.
 
«Мәжлес йыры» йырында халыҡ аҡылы, киләсәккә ышаныс мотивтары асыҡ сағыла. Йыр кешене ҡыйыу һә түҙемле, тыйнаҡ һәм намыҫлы булырға, дуҫтарға һөйөү менән ҡарарға өйрәтә. Тулы драматизм һәм хистәр сафлығы хас был йырға.
 
Ҡунаҡта, байрам табынында, туйҙа барлыҡ хистәр, ҡотлауҙар, үҙ-ара маҡтау һүҙҙәре фәҡәт йыр формаһында бирелер булған. Йыр борон-борондан бындай осрашыуҙарҙың йөҙөк ҡашы — биҙәге булған, һәр ҡунаҡ хужаға хөрмәт йөҙөнән ниндәй ҙә булһа бер йыр йырлауҙы үҙенең намыҫ эше тип ҡараған. Мәжлес йырҙары, нигеҙҙә, яңғыҙ башҡарыла, ҡара-ҡаршы йырлау формалары ла осрай — бында туғандарҙың бер төркөмө икенсе төркөмгә мөрәжәғәт итә. Был жанрға бәйле бихисап традицион текстар көн итә, «Мәжлес йыры» — шуларҙың береһе.