Мәжлес йыры (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"«'''Мәжлес йыры'''» — башҡорт халыҡ йыры. == Һүрәтләмәһе == Оҙон йырҙар төркөмө…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

06:58, 13 апрель 2017 өлгөһө

«Мәжлес йыры» — башҡорт халыҡ йыры.

Һүрәтләмәһе

Оҙон йырҙар төркөмөнә ҡарай. Оҙон, архаик төҙөлөшлө көйгә нигеҙләнгән. Фәлсәфәүи-эпик характерҙа.

Ҡунаҡта, байрам табынында, туйҙа барлыҡ хистәр, ҡотлауҙар, үҙ-ара маҡтау һүҙҙәре фәҡәт йыр формаһында бирелер булған. Йыр борон-борондан бындай осрашыуҙарҙың йөҙөк ҡашы — биҙәге булған, һәр ҡунаҡ хужаға хөрмәт йөҙөнән ниндәй ҙә булһа бер йыр йырлауҙы үҙенең намыҫ эше тип ҡараған. Мәжлес йырҙары, нигеҙҙә, яңғыҙ башҡарыла, ҡара-ҡаршы йырлау формалары ла осрай — бында туғандарҙың бер төркөмө икенсе төркөмгә мөрәжәғәт итә. Был жанрға бәйле бихисап традицион текстар көн итә, «Мәжлес йыры» — шуларҙың береһе.

Йырҙың тексы

Өҫтәл дә аҫҡайҙары шул дүртәр ҙә аяҡ, Өҫтәл дә өҫкәйҙәре шул тулы ла сынаяҡ, Һай кем, тулы ла сынаяҡ. Беҙҙең дә былай гөрләшеп ултырғанды шул Белә лә микән, күрә лә микән, Ишетә лә микән, тимен мин, күрше тирә-яҡ. Эсеп тә ебәр ҡымыҙҙың да шул һалҡынын, Бәлки ҙә баҫылыр йөрәгең шул ялҡыны.

Көрәгәкәйенә лә шул ҡымыҙҙы тултырып, Ултырған да тирмә тигәненең шул эсенә, Һай кем, тирмә тигәненең эсенә, Моңло ғына, һарҡыу ҙа итеп йырлап шул, Барына хуш булып, хужаға дуҫ булып, Хужа ла ҡәҙерле, тимен мин, ҡунағын эсерә. Эсеп тә ебәр туҫтаҡты ла шул тултырып, Асылмаҫмы күңелдәр бергәләп ултырып.

Әҙәбиәт

Алкин М. Башҡорт фольклорында вокаль жанрҙар, уларҙы башҡарыу традициялары. — Өфө: Китап, 2002. — 288 бит.