Өфө директорияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
49 юл:
 
== Ойошторолоуы һәм функциялары ==
Большевиктарҙан азат ителгән төрлө "демократик «"хөкүмәттәренең»" территорияларында иң мөһим ролдәрҙе ике хөкүмәт уйнай: Һамарҙағы Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты Һәм Омсктағы Выҡытлы Себер хөкүмәте. Уларҙың һәр береһенең ҡораллы көстәре була: Комучтың — Халыҡ армияһы, Себер хөкүмәтенең — Себер армияһы. 1918 йылдың июнь айында улар араһында башланған берҙәм хакимиәт булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр һуңғы нәтижәгә тик Өфөлә сентябрь йыйылышында килтерҙе. Һөҙөмтәлә 5 кешенән торған берләшкән коллегиаль хөкүмәт — эсерҙар партияһы лидерҙарының береһе, элекке ваҡытта Ваҡытлы хөкүмәтенең министры Н. Д. Авксентьев рәйеслеге аҫтында Директория булдырыла<ref name="Handorin">[http://kolchak.sitecity.ru/stext_1811040141.phtml ''В.'']</ref>.
 
Бөтә Рәсәй юғары власын ойоштороу тураһында акт<ref name="Уфа">[http://www.scepsis.ru/library/id_2898.html Акт об образовании всероссийской верховной власти, принятый на государственном совещании в Уфе]</ref> Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте "Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы саҡырылғанға тиклем Бөтә Рәсәй дәүләтендә юғары властың берҙән-бер эйәһе була. Актта өлкә хөкүмәттәренең ваҡытлыса килеп сыҡҡан шарттарҙа үтәргә тура килгән юғары властың бөтә функцияларын Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә беренсе талап менән кире ҡайтарылыуы күҙ уңында тотола, тип белдерелә. Шулай итеп, төбәк берекмәләренең суверенитеты юҡҡа сығарыла, уға алмашҡа «өлкәләрҙең киң автономияһы» индерелә һәм уның сиктәре тулыһынса «Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең тәрән аҡыллығына» бәйле була.
 
Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә Ойоштороу йыйылышы саҡырылыуын тиҙләтеүгә булышлыҡ итеү һәм артабан да уға илдәге берҙән-бер юғары власть булараҡ һис шикһеҙ буйһоноу йөкмәтелә..
 
Рәсәйҙең милли — дәүләт ҡоролошо нигеҙҙәре федератив принциптарынан сығып эш ителергә тейеш була: иреккә сыҡҡан Рәсәйҙең ҡоролоуы географик һәм иҡтисади, шулай уҡ этник билдәләре булған айырым өлкәләренең киң автономия хоҡуҡтарын, артабан федератив нигеҙҙә дәүләт ойошмаһын тулы ҡанлы Ойоштороу Йыйылышын булдырып…, айырым территория биләмәгән милли аҙсылыҡтар өсөн мәҙәни — милли үҙбилдәләнешкә хоҡуҡтарын таныуҙа нигеҙләнә..