Өфө дәүләт кәңәшмәһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
Комучтан ([[Һамар]]), Ваҡытлы Себер хөкүмәтенән (Омск), Ваҡытлы [[Урал]] өлкә хөкүмәтенән (Екатеринбург), казак ғәскәрҙәренән ([[Әстрәхән|Әстерхан]], [[Енисей|Йәнәсәй]], Иркутск,[[ Ырымбур]], Семиреченск, [[Себер]], [[Урал]])  хөкүмәттәренән, бер нисә милли-дәүләт берәмектәренән  (Ҡырғыҙ Алаш - Урҙа хөкүмәте, [[Башҡортостан Хөкүмәте]], Төркөстан автономиялы хөкүмәте, эске Рәсәй һәм Себер төрки-татар мосолмандарының милли идаралығы, Ваҡытлы Эстония хөкүмәте), бер нисә дөйөм Рәсәй сәйәси партияларынан  барлығы 23 делегация (яҡынса 200 кеше) ҡатнаша. Кәңәшмәлә  большевиктарға ҡаршы төрлө көстәрҙең мәжбүри һәм сиктән тыш тотороҡһоҙ компромисы һөҙөмтәһендә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте  ("Өфө директорияһы" тип йөрөтөлгән) барлыҡҡа килә. Хөкүмәттең рәйесе итеп Н. Д, Авксентьев һайлана.
 
Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте "артабан Бөтә Рәсәй Ойоштороу Йыйылышы саҡырылышына  тиклем Рәсәй дәүләтенең бөтә киңлектәрендә юғары властың берҙән-бер вәкиле" булыуын белдерә<ref name="Уфа">[http://www.scepsis.ru/library/id_2898.html Акт об образовании всероссийской верховной власти, принятый на государственном совещании в Уфе]</ref>. Актта  өлкә хөкүмәттәренең  ваҡытлыса  килеп сыҡҡан шарттарҙа  үтәргә тура килгән юғары властың бөтә функцияларын Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә беренсе талап менән кире ҡайтарылыуы күҙ уңында тотола, тип белдерелә. Шулай итеп, төбәк берекмәләренең суверенитеты юҡҡа сығарыла, уға алмашҡа "өлкәләрҙең киң автономияһы" индерелә һәм уның сиктәре тулыһынса  "Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең тәрән аҡыллығына" бәйле була.
 
Бөтә Рәсәй хөкүмәте тиҙ арала Ойоштороу йыйылышы саҡырылышын тиҙләтеүгә булышлыҡ итеү һәм артабан да уға илдәге берҙән-бер юғары власть булараҡ һис шикһеҙ буйһоноу йөкмәтелә .