Яҡтылыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: == Шулай уҡ ҡара == → == Шулай уҡ ҡарағыҙ == using AWB
2 юл:
'''Яҡтылыҡ''' — физик оптикала кеше [[күҙ]]<nowiki/>е ҡабул итә торған электромагнит нурланыш.  Яҡтылыҡ биләгән спектр диапазонының ҡыҫҡа тулҡынлы сиге итеп  тулҡындарҙың вакуумда  380—400 [[Нанометр|нм]] (750—790 ТГц), ә оҙон тулҡынлы сиге итеп  760—780 нм (385—395 ТГц)<ref>[http://standartgost.ru/%D0%93%D0%9E%D0%A1%D0%A2%207601-78#page-3 ГОСТ 7601-78.]</ref> оҙонлоҡтағы участкаһы алынған.

Физик оптиканан ситтә ҡулланылған киң мәғәнәлә бөтә төр оптик нурланышты яҡтылыҡ тип йөрөтәләр<ref>{{Ҡалып:Китап|автор=[[Гагарин, Андрей Петрович|Гагарин А. П.]]|часть=Свет|ссылка часть=http://www.femto.com.ua/articles/part_2/3544.html|заглавие=[[Физическая энциклопедия]]|оригинал=|ссылка=|викитека=|ответственный=Гл. ред. [[Прохоров, Александр Михайлович|А. М. Прохоров]]|издание=|место=М.|издательство=[[Большая Российская энциклопедия (издательство)|Большая Российская энциклопедия]]|год=1994|том=4|страницы=460|страниц=704|серия=|isbn=5-85270-087-8|тираж=40 000}}</ref>, йәғни ул төшөнсәгә тулҡындарының оҙонлоғо бер нисә нанометрҙан миллиметрҙың ундан бер өлөшөнә тиклемге диапазонда булған  электромагнит нурланыш инә<ref>{{Ҡалып:Китап|автор=Черняев Ю. С.|часть=Оптическое излучение|ссылка часть=http://www.femto.com.ua/articles/part_2/2647.html|викитека=|ответственный=Гл. ред. [[Прохоров, Александр Михайлович|А. М. Прохоров]]|издание=|место=М.|издательство=[[Большая Российская энциклопедия (издательство)|Большая Российская энциклопедия]]|год=1992|том=3|заглавие=[[Физическая энциклопедия]]|оригинал=|ссылка=|страницы=459|страниц=672|серия=|isbn=5-85270-019-3|тираж=48 000}}</ref>. Был осраҡта  «яҡтылыҡ» төшөнсәһенә күҙгә күренгән нурҙарҙан тыш, инфраҡыҙыл нурланыш та, ультрамиләүшә нурланыш та ҡарай.

[[Физика]]<nowiki/>ның яҡтылыҡты өйрәнгән киҫәге ''оптика'' тип атала.
32 юл:
Вакуумда яҡтылыҡ тиҙлеге  299 792 458 м/с (секундына 300 000 км самаһы) була. Яҡтылыҡ тиҙлегенең СИ-ҙа нығытылған ҡиммәте булыуы хәҙерге ваҡытта метрҙың яҡтылыҡ тиҙлеге терминдарында билдәләнеүенә бәйле. Электромагнит нурланыштың бөтә төрҙәре лә вакуумда шундай уҡ тиҙлек менән тарала, тип фараз ителә.

Төрлө физиктар бөтә тарих дауамында яҡтылыҡ тиҙлеген үлсәргә тырышҡан. Ун етенсе быуатта [[Галилео Галилей|Галилей]] яҡтылыҡ тиҙлеген үлсәргә итеп ҡарай. 1676 йылда дат физигы Оле Рёмер яҡтылыҡ тиҙлеген үлсәү буйынса тәәжрибә үткәрә. Телескоп ярҙамында ул [[Юпитер]] менән уның Ай кеүек юлдаштарының береһе Ионың хәрәкәтен күҙәтә һәм Ио тотолған мәлдәрҙе теркәп бара. Рёмер был мәлдәрҙең Ер үҙ орбитаһында ниндәй торош алыуына бәйле булыуын   асыҡлай. Был бәйлелек, моғайын, яҡтылыҡ тиҙлегенә буйһоналыр тигән фараздан сығып, ул  яҡтылыҡтың Ер орбитаһы диаметрына тиң алыҫлыҡты үтеүе өсөн 22 минут киткәнен иҫәпләп сығара<ref>''[http://projecteuclid.org/DPubS/Repository/1.0/Disseminate?view=body&id=pdf_1&handle=euclid.ss/1009212817 Scientific Method, Statistical Method and the Speed of Light]''. </ref>. Ләкин ул саҡта әле Ер орбитаһы диаметрының күпме икәнлеге билдәле булмай.  Әгәр Рёмер быны белһә, ул 227 000 000 м/с тәшкил иткән яҡтылыҡ тиҙлеген табыр ине.

Яҡтылыҡ тиҙлеген һанауҙың икенсе бер теүәлерәк ысулын 1849 йылда Европала Ипполит Физо ҡуллана. Физо яҡтылыҡ нурын бер нисә километр алыҫлыҡта торған көҙгөгә йүнәлтә. Әйләнеп торған тешле ҡуласа, сығанаҡтан көҙгөгә төшөп, кире ҡайтҡан яҡтылыҡ нурының юлына ҡуйыла. Ҡуласаны билдәле бер тиҙлек менән әйләндергәндә Физо нурҙың ике теш араһынан сығып китеп, кире боролғанда икенсе аралыҡ аша ҡайтып кереүен асыҡлай.  Көҙгөгә тиклем алыҫлыҡты, ҡуласалағы тештәр һанын, уның әйләнеү тиҙлеген белгән Физо яҡтылыҡ тиҙлегенең 313 000 000 м/с тәшкил итеүен иҫәпләп сығара.
38 юл:
Франсуа Араго тарафынан ''әйләнеүсе көҙгө ысулы'' тәҡдим ителгәс кенә (1838 йыл) яҡтылыҡ тиҙлеген сығарыуҙа әһәмиәтле һөҙөмтәгә өлгәшелә. Араго идеяһын үҫтереп, Леон Фуко [[1862 йыл|1862]] йылда яҡтылыҡ тиҙлегенең  (298 000 000±500 000) м/с ҡиммәтен таба. [[1891 йыл|1891]] йылда  Саймон Ньюком, үлсәү аныҡлығын тағы ла арттыра төшөп, (299 810 000±50 000) м/с дәүмәлен сығара. Күп йыллыҡ тырышлыҡтар һөҙөмтәһендә Альбер А. Майкельсон тағы ла юғарыраҡ аныҡлыҡҡа өлгәшә: ул [[1926 йыл|1926]] йылда тапҡан ҡиммәт (299 796 000±4 000) м/с тәшкил итә.

Иң юғары теүәллеккә 1970-се йылдар башында өлгәшелә. [[1975 йыл|1975]] йылда XV Үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр буйынса генераль конференция был ҡаҙанышты теркәй һәм яҡтылыҡ тиҙлеген  299 792 458 м/с тип алырға тәҡдим итә  (4•10−9  сағыштырма яңылышлыҡ менән — ул  1,1 м/с абсолют яңылышлыҡҡа тап килә)<ref>{{Ҡалып:Китап|автор=|заглавие=The International System of Units (SI)|ответственный=Bureau International des Poids et Mesures|ссылка=http://www.bipm.org/utils/common/pdf/si_brochure_8_en.pdf#page=64|место=Paris|издательство=|год=2006|том=|allpages=180|pages=144|isbn=92-822-2213-6}}</ref>. Һуңынан яҡтылыҡ тиҙлегенең был ҡиммәте  Халыҡ-ара берәмектәр системаһында (СИ) метрҙы билдәләү нигеҙе итеп алына, ә яҡтылыҡ тиҙлеге үҙе үрҙә аталған ҡиммәткә ''теүәл'' тап килгән фундаменталь физик даими дәүмәл булараҡ ҡарала башлай.

Төрлө үтә күренмәле матдәләрҙә яҡтылыҡ тиҙлеге вакуумдағыға ҡарағанда кәмерәк. Мәҫәлән, һыуҙа яҡтылыҡ тиҙлеге вакуумдағы тиҙлектең 3/4 өлөшөн тәшкил итә.  Матдәләрҙә бындай әкренәйеү яҡтылыҡ тиҙлегенең ысынлап та кәмей төшөүе менән түгел, ә уның матдәләге зарядлы киҫәксәләр тарафынан йотолоуы һәм ҡабат сағылдырылыуы менән аңлатыла.
61 юл:
* зарядланған киҫәксәләрҙең тиҙләнеүе һәм тотҡарланыуы менән бәйле процестар (синхротрон нурланыш, циклотрон нурланыш, тотҡарланыусы нурланыш);
* зарядлы киҫәксә бирелгән мөхиттәге фаза тиҙлегенән юғарыраҡ тиҙлек менән хәрәкәт иткәндә барлыҡҡа килә торған Черенков нурланышы;
* люминэсценция төрҙәре:

** сонолюминесценция

** триболюминесценция

** хемилюминесценция (тере организмдарҙа ул биолюминесценция тип атала)
** электролюминесценция

** катодолюминесценция

** флюоресценция һәм фосфоресценция
** сцинтилляция

Ғәмәли фәндәрҙә яҡтылыҡ сығанағы спектрының аныҡ тасуирламаһы мөһим. Сығанаҡтарҙың  түбәндәге төрҙәре айырыуса мөһим:
* Абсолют ҡара есем
* А сығанағы

* В сығанағы

* С сығанағы

* D65  сығанағы
Күрһәтелгән сығанаҡтарға төрлө төҫ температураһы хас.
85 юл:
Яҡтылыҡтың энергетик һыҙаттары уның иң мөһим үҙенсәлектәре булып тора. Улар энергетик фотометрик дәүмәлдәрҙә үлсәнә һәм был өлкә менән фотометрияның «оптик нурланыш радиометрияһы» тигән киҫәге шөғөлләнә<ref name="ГОСТ">[http://standartgost.ru/%D0%93%D0%9E%D0%A1%D0%A2%2026148-84#page-5 ГОСТ 26148-84.]</ref>. Радиометрия яҡтылыҡты кешенең уны нисек күреүенә бәйләмәйсә өйрәнә.

Икенсе яҡтан, яҡтылыҡ кеше тормошонда иҫ киткес ҙур әһәмиәткә эйә, ул  тирә-яҡ мөхит тураһында кәрәк булған мәғлүмәткә юл аса. Был мөмкинлекте кешегә уның күреү ағзаһы — күҙе  бирә. Күҙ ҡабул итә торған яҡтылыҡ үҙенсәлектәрен яҡтылыҡ фотометрик дәүмәлдәре һүрәтләй. Ә уларҙы үлсәү һәм тикшереү менән фотометрияның «яҡтылыҡ үлсәмдәре» тигән киҫәге шөғөлләнә<ref name="ГОСТ">[http://standartgost.ru/%D0%93%D0%9E%D0%A1%D0%A2%2026148-84#page-5 ГОСТ 26148-84.]</ref>.

Яҡтылыҡ дәүмәлдәрен үлсәү өсөн «кандела» тип аталған яҡтылыҡ көсө  берәмегенә нигеҙләнгән берәмектәр алынған. «Кандела» [[Халыҡ-ара берәмектәр системаһы|Халыҡ-ара берәмектәр системаһы (СИ)]]  тарафынан ҡабул ителгән ете төп берәмектең береһе булып тора.
98 юл:

== Яҡтылыҡ баҫымы ==
Яҡтылыҡ үҙенең юлында объекттарға баҫым яһай  — был күренеш Максвелл тигеҙләмәләренән сығарыла алмай, ләкин фотондарҙың ҡаршылыҡ менән осрашып бәрелешкәндә үҙ импульсын тапшырыуын күҙҙә тотҡан корпускуляр теория менән еңел аңлатыла. Яҡтылыҡ баҫымы яҡтылыҡ шәлкеменең с-ҡа, яҡтылыҡ тиҙлегенә, бүленгән ҡеүәтенә тиң; с дәүмәле арҡаһында яҡтылыҡ баҫымы эффекты көндәлек объекттарға һиҙелеп бармай. Мәҫәлән, бер милливатлы лазер таяҡсаһы 3,3 пН самаһы баҫым хасил итә.  Ошолай итеп, яҡтыртылған объектты күтәрергә булыр ине. Дөрөҫ, 1 пеннилыҡ тимер аҡсаны күтәреү өсөн 30 миллиард самаһы 1-мВт лазер таяҡсаһы кәрәк буласаҡ.<ref>{{Ҡалып:Citation|last=Tang|first=Hong X.|date=October 2009|title=May the Force of Light Be with You|periodical=IEEE Spectrum|pages=pp. 41-45|url=http://www.spectrum.ieee.org/semiconductors/devices/photonics-breakthrough-for-silicon-chips|accessdate=7 September 2010}}</ref>  Шуға ҡарамаҫтан,  нанометрҙар масштабында яҡтылыҡ баҫымы эффекты иғтибарға лайыҡ. Механизмдарға идара итеү һәм интеграль һыҙмаларҙа нанометрлы коммутаторҙарҙы тоҡандырыу-һүндереү өсөн яҡтылыҡ баҫымын файҙаланыу  йәһәтенән әүҙем тикшеренеүҙәр алып барыла.<ref>See, for example, [http://www.eng.yale.edu/tanglab/research.htm nano-opto-mechanical systems research at Yale University].</ref>

Ҙур масштабтарҙа яҡтылыҡ баҫымының, дөрөҫ булмаған формалы астероидтарға тәьҫир итеп (ел тирмәненең ҡалаҡтарына көс төшкән кеүек), уларҙы   шәберәк өйөрөлөргә мәжбүр итеүе мөмкин<ref>{{Ҡалып:Cite web|url=http://discovermagazine.com/2004/feb/asteroids-get-spun-by-the-sun/|title=Asteroids Get Spun By the Sun|author=Kathy A.|work=Discover Magazine|date=2004-02-05|archiveurl=http://www.webcitation.org/6BOracgr3|archivedate=2012-10-14}}</ref>. Шулай уҡ йыһан киңлегендә космос караптарының хәрәкәтен шәбәйтеү өсөн ҡояш елкәндәре эшләү мөмкинлеге лә өйрәнелә.<ref>{{Ҡалып:Cite web|url=http://www.nasa.gov/vision/universe/roboticexplorers/solar_sails.html|title=Solar Sails Could Send Spacecraft 'Sailing' Through Space|work=[[NASA]]|date=2004-08-31|archiveurl=http://www.webcitation.org/6BOrbLG0M|archivedate=2012-10-14}}</ref><ref>{{Ҡалып:Cite web|url=http://www.nasa.gov/centers/marshall/news/news/releases/2004/04-208.html|title=NASA team successfully deploys two solar sail systems|work=NASA|date=2004-08-09|archiveurl=http://www.webcitation.org/6BOrcCo2u|archivedate=2012-10-14}}</ref>

== Яҡтылыҡ теориялары тарихы йылъяҙмаһы ==
174 юл:

== Шулай уҡ ҡараҡарағыҙ ==
* Электромагнитный спектр
* Контраст
186 юл:

== Иҫкәрмәләр ==
{{Ҡалып:Иҫкәрмәләр}}

== Һылтанмалар ==
* [http://fn.bmstu.ru/phys/bib/physbook/tom5/ch1/texthtml/ch1_5.htm Корпускулярно-волновой дуализм света]

[[Категория:Оптика]]
[[Категория:Яҡтылыҡ]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Яҡтылыҡ» битенән алынған