Ибраһим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: == Шулай уҡ ҡара == → == Шулай уҡ ҡарағыҙ == using AWB
78 юл:
 
=== Ҡәнғәнгә күсеү ===
<center></center>Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Библиялағы Ибраһим ғаиләһенең Ҡәнғәнгә күсеүе тураһындағы хикәйәт  б.э.т. XIX—XVIII быуаттарҙа әмөриҙәр һәм сүтиҙәр тигән көнбайыш семит ҡәбиләләренең Үрге Месопотамиянан Сүриә-Фәләстин төбәгенә күпләп күсеүен сағылдыра. Үрге Месопотамия менән бәйләнеш, атап әйткәндә, Ибраһимдың атаһының, олатаһының һәм ҡарт олатаһының исемдәрендә (Фарра (Ҫерах), Нахор, Серух) шәйләнә, был исемдәр Урҙан күсеп килеп ултырған Харан төбәктәренең һәм ҡалаларының исемдәре булып тора. Уларҙың ата-бабаһының исеме  Евер (Эвер) «башҡа яҡ» йәки «йылға аръяғы» тигәнде аңлата һәм  ''иври'' — «Эвер (кешеһе)», йәғни йылға аръяғынан килгән эпитеты менән бәйле. Был эпитет («еврей» һүҙе шунан килеп сыҡҡан) Библияла тәүге тапҡыр Ибраһимға (Башл. 14:13), артабан бөтөн исраилдарға ҡарата ҡулланыла. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, ''иври'' эпитеты менән хабиру атамаһы (варианттары: ''хапиру'' йәки ''апиру'') араһында бәйләнеш бар, ул аккад һәм мысыр сығанаҡтарында б.э.т. өсөнсө мең йыллыҡтан башлап осрай<sup>[34].</sup>  И. М. Дьяконов был ҡарашты инҡар итә, уныңса, ''иври'' һәм ''хапиру'' «''араһында бер ниндәй уртаҡлыҡ юҡ; хапируҙар күсмәсе булмаған, ибримдар иһә күсмәсе булған, һәм уларҙың этник составы әмөри-сүти булыуға ҡарағанда нығыраҡ ҡәнғән менән аккадтан торған һәм, бәлки, унда хуррит та ингәндер һ.б.''» Лингвистик йәһәттән ул  ''иври''  һүҙен шулай уҡ ''хапиру'' менән бәйләп ҡарамай, уныңса, ул habaru («''ҡыуылған булыу''») тигән аккад ҡылымына тоташа<sup>[35]</sup>. Ләкин Дьяконовтың фекерҙәренә көнбайыш тикшеренеүселәр ҡаршы сыға, улар хапируҙарҙың күсмәсе булыуын раҫлаған дәлилдәр килтерә<sup>[36]</sup>.
 
''Ивримдар''  Ҡәнғәнгә килеп ингән сит халыҡ була һәм Ҡәнғәндең ерле халыҡтарына дине, көнкүреше һәм мәҙәниәте буйынса ят булып ҡала. Ысынлап та, Ибраһимға, бер яҡтан, Месопотамиялағы үҙ иленең мәҙәниәтенән тулыһынса ваз кисеү, икенсе яҡтан, ҡәнғәндәрҙең динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәү рәүешен ятһыныу хас. Ибраһимдың да, артабан уны улы менән ейәне — тәү аталар Исхаҡ менән Яҡуптың да — Ҡәнғәндә үҙ ер биләмәһе булмай һәм улар тулыһынса Ҡәнғәт ҡалаларының түрәләренән бойондороҡло була. Ул тирә-йүнендәге ҡәбиләләр менән араны боҙмай, әммә дингә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, хатта ырыу сафлығына ҡағылышлы айырымлыҡты һаҡлай. Улы Исхаҡҡа кәләш табып алып ҡайтыу өсөн ҡолон Төньяҡ Месопотамияла йәшәгән туғандары яғына ебәрә.
 
Икенсе бер фараз буйынса, Ибраһим дәүере б.э.т. XXI—XX быуаттарға тап килә. Был фараз Өсөнсө Батшалар китабындағы мәғлүмәткә нигеҙләнгән  (3Батш. 6:1), унда әйтелеүенсә, йәһүдтәрҙең Мысырҙан сығыуынан алып Сөләймәндең Ҡорамды төҙөй башлауына тиклем 480 йыл үткән. Библия йылъяҙмаһына нигеҙләнеп, Ибраһимдың Ҡәнғәндән б.э.т. 2091 йылдарҙа сығып китеүен иҫәпләп сығарырға була. Хәйер, күпселек тикшеренеүселәр фекеренсә, 480 йылға һуҙылған ваҡыт арауығы шартлы мәғәнәгә эйә булыуы ихтимал (ҡырҡар йылға 12 быуын). Бынан тыш, археологтар XXI—XX быуаттарҙа Ҡәнғән ерендә тәү аталар тураһындағы хикәйәттә телгә алынған ҡалалар булыуына дәлилдәр тапмаған.
 
Ҫерах ғаиләһенең Урҙан б.э.т.  1740 йылда, Бабил (Вавилон) хакимы Самсу-илунаға ҡаршы ихтилалды баҫтырған осорҙа, сығып киткәнлеге тураһындағы фекерҙәр ҙә йәшәй. Б.э.т. 1739 йылда был фетнәлә ҡатнашҡан Ур ҡалаһы Самсу-илуна ғәскәрҙәре тарафынан емертелә, халҡының күп өлөшө үлтерелә, ҡала оҙаҡ ваҡытҡа кешеһеҙ ҡала. Йәнә Урҙы «''Халдей Уры''» (Башл. 11:31) тип атау ҙа анахронизм булып тора, сөнки халдейҙар Бабилда тик б.э.т. 1100—1000 йылдарҙа ғына пәйҙә була. Күрәһең, ҡаланың былай тип аталышы Яңы Бабил (Халдей) династияһынан һуңғы батша Набонид (б.э.т. 556—539 йылдар) осоронда Урҙың сәскә атыуы менән бәйлелер һәм Ибраһим тураһындағы хикәйәткә лә килеп ингәндер.
 
== Сәнғәттә һәм әҙәбиәттә ==
114 юл:
{{иҫкәрмәләр|2}}
 
== Шулай уҡ ҡараҡарағыҙ ==
[[Авраамдың генеологик ағасы]]
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ибраһим» битенән алынған