Башҡорт алфавиты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
3 юл:
 
== Бөгөнгө алфавит ==
Бөгөнгө көндә ҡулланылған башҡорт алфавиты [[1940]] йылда ҡабул ителгән<ref name="abc1940">Башҡорт әҙәби теленең алфавите hәм орфографияhы. Өфө, 1940</ref>. Был алфавитта 42 хәреф, шуларҙың туғыҙы телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Ө ө, Ү ү, Ғ ғ, Ҡ ҡ, Ң ң, Ҙ ҙ, Ҫ ҫ, Һ һ хәрефтәре. ШуныһыТағы тағы лашуныһы иғтибарға лайыҡ —: Ҡҡ, Ҙҙ хәрефтәре башҡа бер төрки телдә лә осрамай.<ref>[http://lingtown.ru/blog/linguistic/28.html Юлия Филиппова. «Письменность башкирского народа», lingtown.ru сайты]</ref>
 
ХәрефтәрҙеХәрефтәрҙең урынлашыу тәртибе урыҫ алфавитындағыса ҡабул ителгән. Башҡорт теленең специфик өндәре өсөн алынған яңы хәрефтәр, ғәҙәттә, урыҫ графикаһындағы ҡайһы хәреф нигеҙендә яһалған булһа, башҡорт алфавитында шул урыҫ хәрефе артынса ҡуйылған. Мәҫәлән, ғ (Гг — Ғғ), ҡ (Кк — Ҡҡ), ң (Нн — ң), ө (Оо — Өө), ҫ (Сс — ҫ), ү (Уу — Үү), ә (Ээ — Әә) хәрефтәренең урынлашыу тәртибе ошо принциптан сығып билдәләнгән. Ҙ хәрефе, был принциптан сығып ҡарағанда, яһалышы буйынса (Зз — Ҙҙ) з хәрефенән һуң торорға тейеш ине, ләкин ул үҙенең урынын латин графикалы башҡорт алфавиты буйынса һаҡлаған һәм д хәрефенән һуң бирелгән, сөнки латин графикаһы нигеҙендәге алфавитта ҙ хәрефе д хәрефе нигеҙендә яһалған һәм уның артынса ҡуйылған.
 
Хәрефтәрҙең баш хәреф һәм бәләкәй хәреф варианттары айырыла. Тик ң, ҫ, ъ, ь хәрефтәренең генә яҙыуҙа баш хәреф варианттары ҡулланылмай, сөнки башҡорт яҙма әҙәби телендә был хәрефтәр менән башланған һүҙҙәр юҡ.
97 юл:
=== Исламға тиклем ===
[[Файл: 2313 DREVNETJURK-RUN-PISMO.jpg|thumb|250px|right|Боронғо төрки рун яҙмаһының хәрефтәре]]
[[Ислам|Ислам динен]] ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар, башҡа төрки халыҡтар кеүек үк, боронғо төрки ырын (рун, руна) яҙмаһын ҡуллана.<ref>[http://xn--80aagbtgxrj0akcl.xn--p1ai/uploads/posts/2011-10/1318919812_s5.jpg Бороғо төрөк ырын алфавиты]</ref><ref>[http://xn--80aagbtgxrj0akcl.xn--p1ai/uploads/posts/2011-10/1318920129_s6.jpg Ырындарҙың өҫтәлмә уҡылыуы, Йыһат Солтановтың ҡулъяҙмаларынан]</ref> Яҙыусы, тарихсы [[Солтанов Йыһат Әҙеһәм улы|Йыһат Солтанов]] яҙыуынса, «Ырын» (рун, руна) ғәзиз бабаларыбыҙҙың ағасҡа йә ташҡа ырып яҙыу ысулы ул". Силәнгә — Өргөн (Селенга — Орхон) ырын яҙмалары бөйөк [[Төрки ҡағанаты]] (552—745 йылдар) дәүерендә барлыҡҡа килгән.<ref>[http://зигатсултанов.рф/roman/selenga/ Йыһат Солтанов. «Ырып яҙған ырындарыбыҙ»]
</ref> Был боронғо төрки алфавитында 37 хәреф булһа, уның 17-һе башҡорт тамғаларына тап килә.
{|
104 юл:
{{цитата аҙағы}}
|}
Боронғо төрки халыҡтары рунарун яҙыуынан башҡа тағы икенсе бер төр яҙыу ҡулланған. Ул — боронғо уйғыр яҙыуы, VIII-ХVII быуаттарҙа ҡулланылышта була.<ref>[http://bashgazet.ru/kajdi-den/3377-bashort-bi-tele-nisek-barlya-kilde.html Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов. «Башҡорт әҙәби теле нисек барлыҡҡа килде?», «Башҡортостан» гәзите, 25 май 2012 йыл]</ref>
 
=== Ғәрәп яҙылышындағы башҡорт алфавиттары ===
110 юл:
X быуат баштарында, [[Ислам]] динен ҡабул иткәс, башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлай. Үҙ заманының уҡымышлылары ғәрәп яҙмаһын ҡулланып күп нәмә яҙып ҡалдырғандар, улар араһында тарихи документтар менән шәжәрәләр ҙә, эпос, легендалар һәм башҡалар ҙа бар. Боронғо ҡәбер таштарындағы, һәр төрлө һәйкәлдәрҙәге яҙыуҙар ҙа ғәрәп хәрефе менән башҡарылған.
 
Ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә төрки халыҡтар иҫке төрки теле тип аталған әҙәби яҙма телен булдыра. Был яҙманы башҡорттар XI-се быуатта ҡуллана башлай. Нәҡ ошо телдә ХIII быуат башында [[Ҡол Ғәли]]ҙең мәшһүр «Ҡисса иҠиссаи Йософ» әҫәре яҙыла.
 
ХVI быуат уртаһында башҡорттар [[Рәсәй|Урыҫ дәүләте]]нә ҡушылғас, батша самодержавиеһы төрки телен рәсми яҙма тел тип таный. Ошо телдә төрлө документтар, манифестар, указдар, өндәмәләр, фармандар, хаттар, шәжәрәләр һәм нәфис әҫәрҙәр һәм башҡа яҙма ҡомартҡылар һаҡланған.
131 юл:
 
==== Беренсе латин алфавиты ====
Латин алфавитына күсеү өсөн хәрәкәт [[1924]] йылдан [[Башҡортостан]]да башлана. 1924 йылдың 6 октябрендә Башҡортостан халыҡ Комиссарҙары Советы (Башсовнарком) башҡорт яҙмаһын латин алфавитына күсереү кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә. [[1925]]—[[1935]] йылдарҙа Башҡортостан яңалиф үҙәк комитеты эшләй. Башҡорт алфавитының латин графикаһы нигеҙендә төҙөлгән беренсе варианты Яналиф үҙәк комитеты тарафынан 1925 йылда тәҡдим ителә. Һуңынан был алфавит ҡабаттан ҡарап сығыла, камиллаштырыла. Уның яңы варианты [[1928]] йылдың 7 майында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡортостан халыҡХалыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан рәсми дәүләт алфавиты итеп раҫланыла.<ref>Başqort teleneŋ imlәhe. Өfө, 1930</ref> Был алфавитта 36 хәреф була, шуларҙың уны — һуҙынҡы өндәр өсөн, егерме алтыһы — тартынҡы өндәр өсөн, быларға өҫтәп үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә тартынҡыларҙың йомшаҡлығын белдереү өсөн '(апостроф) алына.
{| style="font-family:Arial Unicode MS; font-size:1.4em; border-color:#000000; border-width:1px; border-style:solid; border-collapse:collapse; background-color:#F8F8EF"
| style="width:3em; text-align:center; padding: 3px;" | A a