Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Хата төҙәтеү, мәғлүмәт өҫтәү. Морат Солтан.
ә →‎Биографияһы: clean up, replaced: == Тормошо == → == Биографияһы == using AWB
28 юл:
'''Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов''' ('''Александр Матвеевич Матросов'''; [[5 февраль]] [[1924]] йыл — [[27 февраль]] [[1943]] йыл) — [[Советтар Союзы Геройы]] (1943), ҡыҙылармеец, ВЛКСМ ағзаһы.
 
== ТормошоБиографияһы ==
Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы Башҡорт АССР-ы [[Тамъян-Ҡатай кантоны]] [[Ҡунаҡбай (Учалы районы)|Ҡунаҡбай]] ауылында тыуған (хәҙерге ваҡытта [[Башҡортостан]]дың [[Учалы районы]]на ҡарай). Рәсми сығанаҡтарҙа Екатеринослав (Днепропетровск) ҡалаһында тыуған тип иҫәпләнә. Милләте башҡорт.
 
Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһе [[Иваново]] балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа [[Өфө]]ләге НКВД ҡарамағында булған хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ырымбур янындағы Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына уҡырға алына. 1943 йылдың ғинуарында Калинин фронтына 91-се айырым уҡсылар бригадаһына хеҙмәткә ебәрелә.
 
1943 йылдың 27 февралендә [[Псков өлкәһе]] Чернушки ауылы өсөн ҡаты һуғышта кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплай һәм үҙенең батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Был батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.<ref>{{Подвиг Народа|12055183}}</ref><ref>{{ОБД Мемориал|55053408}}</ref><ref>{{ОБД Мемориал|261063691}}</ref>