Һумаюн: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Биографияһы: clean up, replaced: == Тормош юлы == → == Биографияһы == using AWB
32 юл:
'''Һумаюн''' (тулы исеме ''Насир әд-Дин Мөхәммәт Һумаюн''; [[6 март]] [[1508]], [[Ҡабул]] — [[27 ғинуар]] [[1556]], [[Дели]]) — [[Бөйөк Моголдар империяһы]] падишаһы, [[Бабур]]ҙың улы һәм [[Әкбәр I|Әкбәрҙең]] атаһы. Төньяҡ Һиндостанда хакимлыҡ итеү өсөн Суридтар менән ғүмере буйы көрәшә.
 
== Тормош юлыБиографияһы ==
1530 йылда Һумаюн атаһы [[Бабур]]ҙан һинд биләмәләренә вариҫ була. Уның афғандар һәм раджпуттар өҫтөндәге хакимлығы үҙгәреүсән булып торған, ә Гуджарат солтаны Баһадиршаһ асыҡ рәүештә йәш падишаһтың биләмәләренә дәғүәһен белдерә һәм 1531 йылда Малаваны баҫып ала. 1535 йылда Һумаюндың ғәскәрҙәре Гуджаратты тулыһынса тиерлек яулап алалар, әммә һуғыш ике йылдан һуң Баһадиршаһ португалдар менән алышта һәләк булғанға ҡәҙәр дауам итә.
 
Шул уҡ ваҡытта Һумаюнға элекке Бабурҙың ғәскәр башлығы Бихар хакимы Шершаһ ҡаршы сыға. 1539 йылда Чауса яныдағы һәм 1540 йылда Канаудже яныдағы алыштарҙа еңелгәндән һуң Һумаюн Шершаһҡа һинд биләмәләрен бирергә мәжбүр була. Һумаюн ғаиләһе менән ҡасып тәүҙә Синдта, ә һуңынан Мәрүәрҙә йәшәй. 1544 йылда Тахмасп I [[Сәфәүиләр|сәфәүи]] шаһынан ярҙам ала һәм икенсе йылға ҡарай ағаһы Кәмрән мырҙанан Кандагарҙы һәм [[Ҡабул]]ды тартып ала. 1545—1550 йылдарҙа Кәмрән мырҙа менән һуғышҡан осорҙа уға ике тапҡыр Ҡабулдан китергә тура килә.
 
Шершаһ вафат булғас, уның вариҫтары тәхет өсөн бер-береһенә ҡаршы көрәшә башлайҙар. Бының менән Һумаюн файҙаланып, 1555 йылдың февралендә [[Лаһор]]ҙы яулап ала, сурид хакимы Сикәндәршаһ III тар-мар итеп, июлдә Аграны һәм [[Дели]]ҙы ҡайтара.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һумаюн» битенән алынған