Филатова-Цэдэнбал Анастасия Ивановна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
иллюстрация
ә clean up, replaced: == Тормош юлы == → == Биографияһы == using AWB
23 юл:
|викисклад =
}}
'''Анастаси́я Ива́новна Фила́това — Цэдэнбал''' ([[1920]]—[[2001]]) — [[Монголия|Монгол Халыҡ Республикаһы]] юлбашсыһы [[Юмжагийн Цэдэнбал]]дың ҡатыны, милләте — [[урыҫ]].
 
== Тормош юлыБиографияһы ==
Анастаси́я Ива́новна Фила́това — Цэдэнбал Монголияның сәйәсәтендә ҙур урын тотҡан шәхес, илдең социаль һәм мәғариф өлкәһендәге программаларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән бик күп эштәр башҡара. Ирен отставкаға ебәргәс, ғаиләһе менән [[Мәскәү]]ҙә йәшәй, байтаҡ ҡына интервью бирә. Цэдэнбал һәм Филатованың ике улдары бар: Владислав (2000 йылда автомобиль һәләкәтендә һәләк була<ref>[http://drugoi.livejournal.com/3486364.html?page=3 Журнал Другого — Фото на память<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>) һәм Зориг (ғалим-биолог, Мәскәүҙә йәшәй, ғаиләһендә Настя исемле ҡыҙы үҫә. Анастасия Зориговна Цэдэнбал М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы Азия һәм Африка илдәре институтын «шәрҡиәтсе-африкансы» һөнәре буйынса тамамлағандан һуң 2011 йылға тиклем туристик компанияла менеджер булып эшләй)<ref name="ЛК">http://www.legendtour.ru/rus/mongolia/history/cedenbal-filatova.shtml Легендарные люди Монголии Анастасия Ивановна Цеденбал-Филатова</ref>.
 
Тыумышы менән Рязандән булған Анастасия Филатова менән Цэдэнбал Мәскәүҙә таныша. Һөйләүҙәренсә, уларҙы ул ваҡыттағы Монголия етәксеһе [[Хорлогийн Чойбалсан|Чойбалсандың]] 1940-сы йылдарҙағы сәйәси кәңәшсеһе Николаю Важнов таныштырған. [[СССР]] Сауҙа министрлығының комсомол ойошмаһы секретары булған ҡыҙ уларҙың күршеһендәге коммуналь фатирҙа йәшәгән туғандарына килеп йөрөгән була. Важновтың улы хәтерләүенсә, Цэдэнбалдың уға күҙе төшкәнен белгәс, ВКП(б) Үҙәк Комитетында Важновҡа уларҙың мөнәсәбәттәренә ыңғай йоғонто яһарға кәңәш бирәләр<ref>[http://www.peoples.ru/family/wife/tsedenbal/ Как рязанская красавица Настя Филатова командовала Монголией] // Известия, 2004</ref><ref>Егоров М. [http://www.trud.ru/issue/article.php?id=200606020980401 Всем заправляла рыжая] // Труд, 2 июня 2006</ref>.
 
Өйләнешкәс, Анастасия Ивановна ире менән Монголияға китә. Бында ул күп йылдар дауамында Республика балалар фондына етәкселек итә<ref>[http://www.centrasia.ru/newsA.php?st=1079500500 В Монголии издана книга «Юмжагийн Цеденбал и Анастасия Филатова»]</ref>.
 
40 йылдан Монголия менән етәкселек иткән Юмжагийн Цэдэнбал 1984 йылда һаулығы арҡаһында вазифаһынан бушатыла. Уны дауалау маҡсатында ғаилә Мәскәүгә күсенә. Был осорҙа Анастасия Ивановна ысын мәғәнәлә иренең төп терәгенә әүерелә һәм уға ҡаршы ҡылынған бер генә эште лә тормош юлдашына белдермәҫкә тырыша.
 
Ирен, һуңыраҡ фажиғәле һәләк булған оло улы Владиславты ерләгәс, фәҡирлектә генә көн күреп, Анастасия Филатова — Цэдэнбал 2001 йылдың 21 октябрендә, 81 йәшендә Мәскәүҙә вафат була, Ваганьков зыяратында ерләнгән<ref>[http://www.legendtour.ru/rus/mongolia/history/cedenbal-filatova.shtml Анастасия Ивановна Цеденбал-Филатова. Исторические люди Монголии<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>.