Стефан Саркотич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
44 юл:
Стефан Саркотич Хорватияла Оточац ҡалаһынан алыҫ түгел Синац ауылында тыуған.  Терезия хәрби академия<nowiki/>һын һәм генштаб академияһын тамамлаған. Хәрби хеҙмәтте [[Босния һәм Герцеговина|Боснияла]]<nowiki/> пехота полкында үтә. Артабан разведкала хеҙмәт итә, [[Болгария|Болгарияға]]<nowiki/>, [[Сербия|Сербияға]]<nowiki/>, [[Рәсәй Федерацияһы|Рәсәйгә]] <nowiki/>сәйәхәт ҡыла, [[урыҫ теле]]<nowiki/>н өйрәнә.
 
Һуңынан Австро-Венгрия армияһында төрлө етәксе вазифаларҙа хеҙмәт итә. [[Беренсе донъя һуғышы]] башланғас, 42-се гонвед дивизияһы башлығы итеп тәғәйенләнә һәм серб фронтына оҙатыла. Әммә 1914 йылдың октябренә Венаға саҡыртыла. 1914 йылдың декабрендә Босния, Герцеговина һәм Далмацияла командующий итеп тәғәйенләнә. 1915 йылда Сербия һәм Черногория ғәскәрҙәрен тар-мар иткәндә Австро-Венгрия ғәскәрҙәре менән етәкселек итә. Сербия һәм Черногория армияларына ҡаршы бер нисә уңышлы операция үткәрә. Ловчен тауында черногорҙарға ҡаршы уңышлы һуғыша, шуның өсөн Леопольд ордены менән бүләкләнә. Черногорияны оккупациялау менән етәкселек итә, 1916 йылдың 13 ғинуарында Черногорияның баш ҡалаһы Цетинены баҫып ала.
 
Шул уҡ ваҡытта 1914 йылдың 22 декабрендә Саркотич Босния һәм Герцеговинаның генерал-губернаторы итеп тәғәйенләнә.