Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
29 юл:
 
== Тормош юлы ==
Абдрахман Ғәйфуллин [[1908 йылдыңйыл]]дың 6 сентябрендә [[Өфө губернаһы]] [[Златоуст өйәҙе]] [[Яубүләк (Салауат районы)|Яубүләк]] ауылында<ref name="Х" /> крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. [[Башҡорт]]. [[1932 йыл]]дан ВКП(б) ағзаһы. Өфө ҡалаһында комвуз тамамлағандан һуң, [[Салауат районы]]ның [[Арҡауыл (Салауат районы)|Арҡауыл]] Машина-трактор станцияһында (МТС) директорҙың сәйәсәт буйынса урынбаҫары була.
Ҡыҙыл Армия сафында [[1930]] — [[1932 йыл]]дарҙа, [[1940 йыл]]да һәм [[1941 йыл]]дың 5 июленән була. [[БАССР|БАССР-ҙың]] Салауат райвоенкоматы тарафынан саҡыртыла. Команда составын камиллаштырыу курстарын тамамлай.
Гвардия лейтенанты, пулемет ротаһы командиры А. З. Ғәйфуллин немец илбаҫарҙары менән алышта айырыуса ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә.
[[1945 йыл]]дың [[17 апрель|17 апреленә]] ҡараған төндә дошман көслө ут яуҙырғанда, ҡул аҫтында булған нәмәләр ярҙамында ул үҙенең ротаһы менән беренселәрҙән булып [[Германия]]ның Врицен ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан Хоэнвутцен ҡасабаһы районыныда [[Одер]] йылғаһын аша сыға. Пулеметтарҙан ут асып, А. Ғәйфуллиндың ротаһы дошмандың бик күп тере көсөн юҡ итә. Һөҙөмтәлә башҡа подразделениелар йылғаны уңышлы сығыуға өлгәшә.
[[1945 йыл]]дың 17 апрелендә дошман алты тапҡыр контрһөжүм яһап ҡарай. Гитлеровсылар төркөмө А. Ғәйфуллин ротаһы нығынған траншеяға инә. Ҡул һуғышында уға дүрт немец һалдаты һөжүм итә, уларҙың икеһен ул бысаҡ менән сәнсә, ҡалғандарын пистолеттан атып үлтерә. Алыштың иң көсөргәнешле мәлендә гвардия лейтенанты Ғәйфуллин яугирҙарҙы штык контрһөжүменә күтәрә. Уның етәкселегендәге рота дошманды траншеянан бәреп сығара һәм плацдармды киңәйтә. Был алышта А. З. Ғәйфуллин батырҙарса һәләк була. Алыш урынында — Хоэнвутцен ҡасабаһында ерләнә.
 
[[1945 йыл]]дың [[31 май]]ындағы СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәүе һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улына үлгәндән һуң [[Советтар Союзы Геройы]] исеме бирелә<ref name="нлГСС">{{Подвиг Народа|150006639|архив=ЦАМО|фонд=33|опись=793756|дело=10|лист=118, 119.}}</ref><ref name="ГСС">{{Подвиг Народа|46485081|title=Указ Президиума Верховного Совета СССР|архив=ЦАМО|фонд=33|опись=686046|дело=170|лист=3.}}</ref>.
1941 йылдың июленән башлап фронтта хеҙмəт итə.
 
== Батырлығы ==