Трогонтерий мамонты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Достопримечательность |Тип = |Русское название = Трогонтериев мамонты |Ориг…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
39 юл:
}}
 
'''Трогонтериев мамонты''' ({{lang-la|Mammuthus trogontherii}}), йәки Дала мамонты (Степной мамонт) экспонаты   «Аҙау янының геологик үткәне» («Приазовье в геологическом прошлом») тигән экспозициялағы мамонт һөлдәһе булып тора. Экспозиция «"Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығы»"нда урынлашҡан <ref>[http://азовский-музей.рф/?ELEMENT_ID=5166 Во времена мамонтов и зубров]</ref>.
 
Музей адресы: Аҙау ҡалаһы, Московская урамы, 72.
45 юл:
== Тарихы ==
[[Файл:Steppe mammoth size.jpg|right|thumb|Рисунок Дала мамонты һүрәте|220 px]]
Урта плейстоцен дәүерендә даланы иңләп йәшәгән был йән эйәләре  — ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан төрҙәрҙең береһе. Дала мамонты өҫкө плейстоцен дәүерендә барлыҡҡа килгән. Төр булараҡ, Көнъяҡ мамонттан (''Mammuthus meridionalis'') айырылып сыҡҡан. Унан, 750 -500−500 мең йыл элек, урта плейстоцен дәүерендә Көнъяҡ мамонты даланан ҡыҫырыҡлап сығарған.
Дала мамонтының баш һөлдәһе ҡыҫҡараҡ, һуҡҡы тештәре оҙон булған. Бейеклеге 4,7  м тирәһе һәм ауырлыҡтары 10 тоннаға тиклем булған. Томшоҡлолар отрядынан иң дәү (эре ) төр.
Аҙау музейындағы мамонт һөлдәһенең яурынына тиклемге бейеклеге 4,5 м.
Ата мамонттарҙың һуҡҡы тештәре 5  м оҙонлоҡҡа еткән. Тик осондағы бөгөлөшө Йөнтәҫ мамонттыҡынан (''Mammuthus primigenius'') кәмерәк булған.
Инә мамонттарҙың һуҡҡы тештәре нәҙегерәк булған һәм осо ныҡ бөгөлөп тормаған. Был төрҙөң ареалы Көнбайыш Себерҙе, <ref name="урал">{{книга|автор =Косинцев П.А. и др.|заглавие = Трогонтериевый слон Нижнего Иртыша|ссылка = |издательство = Волот|место = Екатеринбург|год =2004 | страниц =260 |isbn = |тираж = }}</ref>, Ҡаҙаҡстанды, Ростов өлкәһен, Ставрополь һәм һәм Краснодар крайҙарын алып торған.
 
Дала мамонттары үлән менән туҡланған. Шуға ла, даланы киң иңләп йөрөгәндәр.
Һөлдәләре көнсығыш Англияның торф ҡатламдары араһында табыла. Был уларҙың урманлы райондарҙа ла йәшәүен күрһәтә. Дала мамонттарының ҡуйы йөнө һыуыҡ климатта бирешмәй йәшәргә мөмкинлек биргән.
[[FileФайл:Mammuthus Size comparison.png|thumb|Сравнение размеров разных видов мамонтов с ростом человека]]
Трогонтериев мамонты [[1964 йылдыңйыл]]дың 11 декабрендә [[Аҙау]] эргәһендәге Кагальницкий ҡом карьерында табылған. Машинист экскаватор менән ҡаҙыу эштәре алып барғанда һуҡҡы тештәрҙе күреп ҡала. Ҡыш буйына ҡаҙыныу эштәре алып барып, ҡалған һөйәктәрен дә ҡаҙып сығаралар.
 
Һөлдәне [[Аҙау]] музейына алып киләләр. Әммә, унда палеонтология буйынса лаборатория һәм реставраторҙар булмай сыға. Һөйәктәрҙе эшкәртергә СССР Фәндәр Академияһының Зоология Институты ярҙам итә.
Был эш менән Вадим Евгеньевич Гарутт шөғәлләнә. Бының өсөн һөлдә Ленинградҡа оҙатыла. Реставрация һәм һөйәктәрҙең етмәгән өлөшөн эшләү ун йыл тирәһе дауам итә.
Скульпторҙар һөйәктәрҙе өр-яңынан яһай. Ә һөлдәнең табылған өлөштәрен өҫтөнә көйләп ҡуя.
Һөлдәне урынлаштырыу өсөн 5 м-ҙан кәм булмаған бейеклектә бүлмә кәрәк була.
Музей ике этажлы Ҡала Хәкәмиәте (Городская Управа) бинаһына күскәс кенә, беренсе этажында һөлдә өсөн дә бүлмә табыла.
[[Файл:Mammuthus trogontherii fraasi.jpg|right|thumb|Степной мамонт в музее Штудгарта|200 px]]
1980 йылда реставрация тамалана. Һөлдәнең бөтә өлөштәрен лә музейға алып киләләр. Эштең ҡалған өлөшөн Аҙау музей хеҙмәткәрҙәре тамалап ҡуялар. Һөйәктәргә тейешле төҫ биреп, икенсе ҡатҡа реставрация үткәрәләр. Дөйөм көс менән һөлдәне монтажлап ҡуялар. Хәҙер ул, «Аҙау янының геологик үткәне» («Приазовье в геологическом прошлом») тигән экспозицияла төп экспонат булып тора.
1999 йылда Кагальницкий карьерында инә заттан булған дала мамонтының һөлдәһе табыла. Ул да ошо Аҙау музейының палеонтология коллекцияһын тулыландырып тора.
 
Донъяла дала мамонттарының тулы булмаған һөлдәләре:
*Францияның Лион музейында (1869),
* Мюнстер Университететының геологопалеонтология музейында (Германия, 1923),
* Заугерхаузен музейында (Германия, 1930),
* Одессаның палеонтология музейында (Украина, 1940),
* Тәбиғәт һәм Кеше музейында (Ханты-Мансийскиҙа ) һаҡлана.
Улар араһында, бары Аҙау музейы ғына ата һәм инә заттағы ике мамонт һөлдәһенә эйә.
 
== Әҙәбиәт ==
* Семенова, С. В.  Азовская диковина: об экспонате музея — скелете трогонтериевого мамонта /С. В.  Семенова //Донской временник. — 2009. — С. 146-148146—148.
* Рычагова, Е. Приключение азовского элефанта: об экспонате Азовского музея-заповедника трогонтериевом мамонте /Е. Рычагова //Азовская неделя. — 2010. — 7 января. — С. 13.
* Jordi Augusti und Mauricio Anton: ''Mammoths, Sabertooths and Hominids 65 Million Years of Mammalian Evolution in Europe'', Columbia University Press, 2002. ISBN 0-231-11640-3
* Lister, Adrian und Bahn, Paul: ''Mammuts  — Riesen der Eiszeit'', Thorbecke Verlag, Sigmaringen 1997. ISBN 3-7995-9050-1
* Zoran Markovic, Desa Djordjevic & M. Milivojevic: ''Description of the habitat of Mammuthus trogontherii from late Middle Pleistocene, on the basis of the accompanying flora and fauna (northern rim of the Balkan Peninsula  — Loc. Kikinda)''. In: Evolution of life on the earth. Proceedings of the 1st international symposium, p. 123—124, Tomsk 1997
 
== Һылтанмалар ==
* [http://www.azovlib.ru/index.php/2016-04-06-12-22-12/2.. Азовская диковина: об экспонате музея — скелете трогонтериевого мамонта ].
* [http://www.azovlib.ru/index.php/2016-04-06-12-22-12/2.. Приключение азовского элефанта: об экспонате Азовского музея-заповедника трогонтериевом мамонте]
* [http://www.donvrem.dspl.ru/Files/article/m16/2/art.as.. К 45-летию уникальной находки - — скелета трогонтериевого мамонта]
* [http://rostov-region.ru/news/item/f00/s01/n0000132/ В Азовском музее-заповеднике открылась экспозиция в честь 45-летия находки трогонтериевого мамонта]
* [http://arts.azov.info/new/17470 50 лет Азовскому мамонту]
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{примечания}}
{{изолированная статья}}
 
[[Категория:Аҙау]]
Исеме  — Трогонтериевый мамонт (экспонат)