Бүләков Динис Мөҙәрис улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
36 юл:
Уның хикәйәләренең төп геройҙары — беҙҙең замандаштар, йәш энтузиастар. Яҙыусы геройҙарының эске донъяһын, психологик уй-тойғоларын мауыҡтырғыс тормош ваҡиғаларында һүрәтләй белә. «Ауылымдың аҡ өйҙәре», «Һары һандуғас балаһы», «Аҡбуҙ алышҡа сыға» китаптарына ингән повесть һәм хикәйәләрендә һәләтле прозаиктың әҙәби оҫталығы үҫә һәм камиллаша барыуын асыҡ билдәләп була. Яҙыусы эпик хикәйәләү алымдарын уңышлы үҙләштерә һәм мауыҡтырғыс образдар тыуҙыра. Әҫәрҙән әҫәргә, китаптан китапҡа әҙиптең ижад офоҡтары киңәйә, ҡәләме үткерләшә килде.
 
Динис Бүләков 90-сы йылдарҙа башҡорт романсыарыромансылары сафында ныҡлы урын алды. 1988 йылда донъя күргән «Килмешәк», «Туҙҙырылған тамуҡ» романдары замананың ҡырҡыу проблемаларына арналыуы менән әһәмиәтле.
 
Яҙыусы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм һәм [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары|Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты]].