Әл-Бәҡара сүрәһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
108 юл:
# Улар, иман килтергән кешеләрҙе осратһалар: «Беҙ иман килтерҙек»,— тиҙәр. Ә аулаҡта бер-береһе менән осрашҡанда: «Аллаһ һеҙгә асып һалғанды уларға һөйләмәҫһегеҙме һуң, Раббығыҙ ҡаршыһында улар уның тураһында һеҙҙең менән бәхәсләшмәһен өсөн?» — тинеләр. Аңламайһығыҙмы ни һеҙ?
# Улар үҙҙәренең йәшерен эштәрен дә, асыҡ эштәрен дә Аллаһтың белгәнен белмәйҙәрме һуң?
 
#
# Улар араһында китапты белмәгән наҙандар бар, уларҙа хыял-шәһүәт кенә, һәм улар тик фараз ғына ҡылалар.
# Ниндәй ҡайғы, үҙ ҡулдары менән китап яҙып, һуңынан, бик аҙ ғына хаҡ алыу өсөн: «Был — Аллаһтан!»—тиеүселәргә! Ҡайғы уларға, ҡулдары яҙған нәмә өсөн, һәм тапҡан нәмәләре өсөн дә ҡайғы!
Юл 149 ⟶ 147:
# Мәшриҡ тә, Мәғрип тә Аллаһтыҡы. Ҡайҙа ғына йүнәлһәгеҙ ҙә, шунда — Аллаһтың йөҙө. Ысынлап та, Аллаһ бар нәмәне ҡоса, Ул барыһын да белә!
# «Аллаһ Үҙенә бала алды!» — тине улар. Сөбханаллаһ! Эйе, күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр — Аллаһтыҡы. Бөтәһе лә Уға баш эйә.
 
# Күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереүсе — Ул. Әгәр берәй эште теләһә, Ул «Бул!» тип кенә әйтә, һәм был эш була.
# «Аллаһ беҙҙең менән һөйләшһә йәки беҙгә берәй аят килһә ине!» — ти белмәгән кешеләр. Уларҙан элек булғандар ҙа шундай һүҙҙәр әйткәйне: күңелдәре оҡшаш уларҙың. Инанған кешеләргә Беҙ аяттарҙы аңлатҡайныҡ инде.
Юл 165 ⟶ 162:
# Ибраһим диненән үҙ йәнен ахмаҡландырғандарҙан башҡа кем тайпылыр? Беҙ уны был донъяла ла һайланыҡ: ахирәттә ул изгеләрҙән булыр, әлбиттә.
# Раббыһы уға: «Бирел!» — тине. Ул: «Ғәләмдәр Раббыһына бирелдем!» — тине.
 
# Ибраһим быны балаларына васыят итте һәм Яҡуп: «Эй, улдарым, ысынлап та, Аллаһ һеҙгә дин һайланы, мосолман булмайынса үлмәгеҙ!» — тине.
 
# Яҡупҡа үлем килгәндә һеҙ шаһит булдығыҙмы ни? Ул бына үҙ балаларына: «Минән һуң һеҙ кемгә ғибәҙәт ҡылырһығыҙ?» — тине. Улар: «Беҙ һинең илаһыңа, атайҙарың: Ибраһим, Исмәғил һәм Исхаҡ илаһына — берҙән-бер илаһҡа ғибәҙәт ҡылырбыҙ һәм Уға бирелербеҙ!» — тинеләр.
# Был — инде үткән өммәт. Уға үҙҙәренең кәсеп иткәне, һеҙгә — үҙегеҙҙең тапҡанығыҙ. Улар эшләгән эш өсөн һеҙҙән һоралмаҫ.
Юл 175 ⟶ 170:
# Аллаһтың дине буйынса! Дине менән Аллаһтан кем яҡшыраҡ? Беҙ уға ғына ғибәҙәт ҡылабыҙ.
# Әйт: Аллаһ тураһында беҙҙең менәң һүҙ көрәштерәһегеҙме? Ул бит һеҙҙең дә һәм беҙҙең дә Раббыбыҙ, беҙгә — үҙ эшебеҙ, һеҙгә — үҙ эшегеҙ. Беҙ Уға ихлас бирелгәнбеҙ".
 
# Йәки һеҙ: «Ибраһим, һәм Исмәғил, һәм Исхаҡ, һәм Яҡуп һәм быуындар йәһүҙи йәки насрани булған»,— тип әйтерһегеҙме?" Әйт: «Һеҙме күберәк беләһегеҙ йәки Алламы? Аллаһтың шәһәҙәтен үҙендә йәшергән кешенән дә залимыраҡ кем булыр? Ысынлап та, һеҙ эшләгән эштәргә Аллаһ битараф түгел!»
# Был — инде үткән халыҡ. Уларға — үҙҙәре кәсеп итеп тапҡан нәмәләре, һеҙгә — үҙегеҙ тапҡан нәмәләр. Улар эшләгән эш өсөн һеҙҙән һоралмаҫ.