Хүләгү: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up, replaced: көнө вафаттар → вафат булғандар using AWB
24 юл:
}}
 
'''Хүләгү''' (1217—1265 йылдың 8[[8 февраль| феврале]], Марага, Иран Әзербайжаны) — [[Монгол империяһы|монгол]] хакимы һәм хәрби начальнигы. [[Сыңғыҙхан|Сыңғыҙхандың]]дың ейәне, Тулуй менән Сорхахтаниҙың улы, ҡағандар Мөнкө менән Хубилайҙың ҡустыһы. Алғы Азияла ул нигеҙ һалған дәүләттә идара иткән Хүләгүҙәр династияһының башлығы.
 
== Тәүге йылдар ==
31 юл:
== Яҡын Көнсығыш походы ==
[[Файл:HulaguAndDokuzKathun.JPG|слева|мини|Хүләгү менән Докуз-хатун. Джәми әт-тауарих ҡулъяҙмаһы, XIV быуат]]
Монголдарҙың [[Яҡын Көнсығыш|Яҡын Көнсығышҡа]]ҡа походына етәкселек итә һәм [[Иран]]ды, [[Ираҡ]]ты һәм уларҙың күршеһендә ятҡан илдәрҙе яулап алыуҙы тамамлап ҡуя. 1256 йылда — Иранда исмәғилиҙәр дәүләтен, 1258 йылда Ғәббәсиҙәр хәлифәлеген ҡыйрата. 1259—1260 йылдарҙа [[Сүриә|Сүриәлә]]лә Әйүбиҙәр менән һуғыша. 1261 йылда Хубилай Хүләгүҙе яуланған территорияларҙың идарасыһы тип иғлан итә һәм илхан титулын бирә, йәғни дәүләттең бер өлөшөнөң ханы итә.
 
== Бәркә менән һуғыш ==
1262 йылда Хүләгүгә ҡаршы уның ике туған ағаһы, Алтын Урҙа хакимы Бәркә сыға. Ислам ҡабул иткән Бәркәнең Хүләгү бойороғо менән аҫылған ғәббәси хәлифе әл-Мөстәсим өсөн үс алыуы һуғыштың һылтауы тип һанала. Ләкин сәбәп тәрәндәрәк ята. Жучиҙар Кавказ аръяғы территорияларына (Арран менән [[Әзербайжан]]) ымһына, ул ерҙәргә дәғүәләшеүҙәрен Сыңғыҙхандың васыяты менән нигеҙләй. Ғәмәлдә Кавказ аръяғында власть 1250-се йылдарҙың уртаһына тиклем бөйөк хандың тәғәйенләнмештәре ҡулында була — башта Чормаған, ә 1243 йылдан Байжу идара итә. Байжу Батыйға Көньяҡ Әзербайжанда һәм Кесе Азияла үҙ сәйәсәтен үткәрергә ҡамасаулай.
 
[[Батый]] Бөйөк хан Мөнкө бойороғо буйынса Хүләгүгә Балаҡан, Тутар һәм Кули етәкселегендә өс төмән ғәскәр ебәрә. Һуңыраҡ был ғәскәрҙәр [[Бағдад]]ты алыуҙа ҡатнаша, һәм ул заманға хакимға әүерелгән ислам динле Бәркә был йәһәттән әллә ни ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй. Хүләгү жучиҙарға Кавказ аръяғы менән Көньяҡ Әзербайжанды яумал өлөшө итеп биреүҙән баш тартҡас ҡына, ике туған ҡәрҙәштәр араһында дошманлыҡ көсәйә. Быға өҫтәп, 1260 йыл башында Хүләгү ставкаһында Балаҡан аҫыла (дөрөҫ, уны Бәркә ризалығы менән хөкөм итәләр); кинәт кенә Тутар менән Кули ҙа вафат була, Бәркәлә уларҙы ағыулағандарҙыр тигән шик ярала. Ул ғәскәрҙәренә Дәшт-и-Ҡыпсаҡҡа ҡайтырға, килеп сыҡмаһа — мәмлүк [[Мысыр]]ына сигенергә бойора.
 
1262 йылда Дербент аша Ширванға Нуғай етәкселегендә 30 мең һыбайлынан торған атлы ғәскәр бәреп ингәс, Аладағтан Хүләгү армияһы килә. Ширемун нойон командованиеһы аҫтындағы уның авангарды ике айҙан Шәмаха янында Нуғай менән бәрелешә. Ләкин [[14 ноябрь|14 ноябрҙә]], һуғыш яланына Абатай нойон көстәре килеп еткәс, жучи армияһы ҡыйратыла, ә Нуғай ҡаса. [[8 декабрь]] иртәһендә бөтә Хүләгү ғәскәре Дербентҡа яҡынлаша. Алыш көнө буйы бара, ниһайәт, урҙасылар, ҡәлғәне ҡалдырып, сигенә.
 
Ширемун менән Абатай Хүләгүҙеү улы Абаға менән ҡушылалар ҙа, Теректы кисеп, Нуғайҙың лагерын һәм ылауҙарын баҫып алалар. Бәркә ҡаршы һөжүм ойоштора, һәм 1263 йылдың [[13 ғинуар]]ында Терек буйында алыш башлана. Хүләгү армияһы еңелә, яугирҙәрҙең күбеһе сигенгән саҡта йоҡа боҙ аҫтына төшөп һәләк була. Ике яҡтың да юғалтыуҙары ҙур була. Ибн Вәсил яҙыуына ҡарағанда, Бәркә былай тип бот саба: ''«Монголдарҙы монголдар ҡылысы менән ҡырған был Халауынды Аллаһ ҡәһәрләһен. Бер яҡлы булып эш итһәк, бөтә ерҙе буйһондорор инек.»''<ref>Цит. по:{{Китап|автор=Закиров С.|заглавие=Дипломатические отношения Золотой Орды с Египтом|место=М.|год=1966|страницы=15}}</ref> Бәркәнең ғәскәре Дербент аръяғына үтә лә тиҙҙән ҡабат төньяҡҡа сигенә. Шул уҡ ваҡытта Хүләгү, баш ҡалаһы Тәбризгә ҡайтып, һуғышты дауам итеү өсөн әҙерлек башлай. Шул иҫәптән урҙанан килгән сауҙагәр-уртаҡтарҙы аҫырға, мөлкәттәрен тартып алырға бойора. Яуап итеп, Бәркә үҙенең биләмәләрендәге фарсы сауҙагәрҙәрен аҫтыра.<ref>{{Мәҡәлә|автор=[[Вассаф]].|заглавие=История Вассафа|ссылка=http://www.vostlit.info/Texts/rus3/Vassaf/frametext.htm|издание=Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды|место=М.|издательство=|год=1941|страницы=50}}</ref>
46 юл:
1265 йылдың ғинуарында Хүләгү ауырып китә, уға ҡытай табиптары ла ярҙам итә алмай. Илхан 1265 йылдың 8 февралендә Джагату йылғаһы буйында вафат була. Әллә үҙе төҙөгән, әллә тергеҙгән Тала ҡәлғәһендә ерләнә ([[Урмия (күл)|Урмия күленең]] төньяғында Шахи утрауындағы Маркутдаг мороно<ref name="Ахари">{{Китап|автор=Абу Бакр ал-Кутби ал-Ахари.|заглавие=Тарих-и шейх Увейс|ответственный=Пер. М. Д. Кязимова и В. З. Пириева|ссылка=http://www.vostlit.info/Texts/rus9/Uvejs/frametext.htm|место=Баку|издательство=Элм|год=1984|страницы=91, прим. 33}}</ref>; Рәшид әд-Дин буйынса, «Диххареган ҡаршыһындағы Шаху тауында»). Вассаф дәлилләүенә ярашлы, уның ҡәберенә хәрби походтарҙа алынған затлы нәмәләр менән бергә йәш ҡыҙҙар ҙа һалынған<ref>{{Китап|автор=[[Греков, Борис Дмитриевич|Греков Б. Д.]], [[Якубовский, Александр Юрьевич|Якубовский А. Ю.]]|заглавие=Золотая Орда и её падение|ссылка=http://kitap.net.ru/archive/16-01.php|место=М., Л.|издательство=Издательство АН СССР|год=1950}}</ref>.
Унан һуң хүләгүиҙәрҙе ерләгәндә кеше ҡорбаны килтереү осраҡтары теркәлмәгән. Хүләгү ерләнгән урын изге<ref>{{Китап|автор=Рашид ад-Дин.|заглавие=Сборник летописей|ссылка=http://www.vostlit.info/Texts/rus16/Rasidaddin_4/frametext2.html|том=3|страницы=63}}</ref>
(''хориг'') тип иғлан ителгән, унда хан ырыуына ҡараған мәрхүмдәр генә ҡуйыла алған<ref>{{Китап|автор=Рашид ад-Дин.|заглавие=Сборник летописей|ссылка=http://www.vostlit.info/Texts/rus16/Rasidaddin_2/kniga1/frametext2.html|место=М., Л.|издательство=Издательство АН СССР|год=1952|том=1, кн. 1|страницы=125, прим. 568 (1)}}</ref>. 1282 йылда унда Хүләгү улдары Абаға менән Менге Тимерҙе ерләйҙәр.<ref name="Ахари">{{Китап|автор=Абу Бакр ал-Кутби ал-Ахари.|заглавие=Тарих-и шейх Увейс|ответственный=Пер. М. Д. Кязимова и В. З. Пириева|ссылка=http://www.vostlit.info/Texts/rus9/Uvejs/frametext.htm|место=Баку|издательство=Элм|год=1984|страницы=91, прим. 33}}</ref>.
Мысыр сығанаҡтарына ҡарағанда, 1282—1283 йылдарҙа ҡәлғә емерелә һәм бөтә хазиналары менән бергә күлгә бата; фарсы сығанаҡтарында бындай ҡаза тураһында бер һүҙ ҙә юҡ.
 
== Дингә ҡарашы ==
Хүләгүҙең өлкән ҡатыны Докуз-хатун менән иң яҡшы полководецы Китбуға несторсы христиандарҙан булған. Докуз ҡаршы төшһә лә, Хүләгү ғүмеренең һуңғы йылдарында [[будда]] дине менән ҡыҙыҡһынған.
 
== Ҡатындары һәм балалары ==
90 юл:
* {{Cite web|author=Amitai R.|datepublished=15-12-2004|url=http://www.iranica.com/articles/hulagu-khan|title=Hulāgu khan.|work=[[Encyclopædia Iranica]]|accessdate=2010-07-13|lang=en|archiveurl=http://www.webcitation.org/65TYsk7Lr|archivedate=2012-02-15}}
* {{Cite web|url=http://mehmeteti.150m.com/ilkhanids/hulagu.htm|title=Hulagu|author=Mehmet Eti.|work=Anatolian Coins|accessdate=13-07-2010|language=en|description=Монеты Хулагу|archiveurl=http://www.webcitation.org/65TYtTA70|archivedate=2012-02-15}}
 
[[Категория:Монголия ғәскәр башлыҡтары]]
[[Категория:Урта быуаттар ғәскәр башлыҡтары]]
Юл 95 ⟶ 96:
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Иран хакимдары]]
[[Категория:8 февраль көнөвафат вафаттарбулғандар]]
[[Категория:Иранда вафат булғандар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хүләгү» битенән алынған