Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
26 юл:
Шул ваҡытта уҡ улар Башҡорт хөкүмәте рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев,]] Башҡорт хөкүмәте ағзаһы [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|Муллаян Халиҡов]] һәм Башҡорт ғәскәре командиры Әбдрәшит Бикбауов составында үҙенең делегацияһын Мәскәүгә Башҡорт автономия республикаһы булдырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн йүнәлтәләр. Һөҙөмтәлә, 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Совет хакимиәте менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһын ойоштороу тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыла. Был тарихи документты Совет хөкүмәте яғынан Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе Владимир Ленин, Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский, һәм милләттәр эше буйынса халыҡ комиссары Иосиф Сталин, башҡорт яғынан — Башҡорт хөкүмәте рәйесе Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев, Башҡорт үҙәк шуро ағзаһы Муллаян Халиков һәм Башҡорт ғәскәре адьютанты Әбдрәшит Бикбауов ҡул ҡуйҙылар<ref>[http://www.agidel.ru/?param1=14667&tab=2 К 90-летию со дня провозглашения советской автономии Башкортостана]</ref>
 
[[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы|Башҡорт СовтСовет Республикаһы]] [[КесеБәләкәй Башҡортостан|Бәләкәй Башҡортостан]] сиктәрендә ойошторола һәм РСФСР-ҙың федератив өлөшө булып тора. Бәләкәй Башҡортостанға 138 волость, шул иҫәптән [[Ырымбур губернаһы]] [[Орск]], [[Верхнеурал]], [[Силәбе]] һәм Троицк өйәҙҙәренән 75 волость;[[ Өфө губернаһы]] [[Стәрлетамаҡ]], [[Златоуст]] һәм Өфө өйәҙҙәренән 41 волость, [[Пермь губернаһы]] Шадрин, Красноуфимск, Екатеринбург өйәҙҙәренән 21 волость һәм [[Һамар губернаһы]] [[Быҙаулыҡ]] өйәҙенән бер волость ингән.
 
Башҡорт Совет Республикаһы сиктәрендә, Советтар съезы үткәрелгәнгә тиклем, хакимлыҡ бөтә тулылығында [[Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты|Башҡорт Хәрби-революцион комитетына]] (Башревком) йөкмәтелә. Үҙәк бойороғона ярашлы Башҡорт ғәскәрҙәре төрлө фронттарға һәм Петроградҡа ебәрелә.