Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
28 юл:
Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы 1911 йылдың 25 октябрендә хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Ғафури районы]]ның [[Ҡаранйылға (Ғафури районы)|Ҡаранйылға]] ауылында тыуған, [[1968]] йылда вафат булған. 1942 йылдан — КПСС һәм [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы.
 
1926 йылда Сәйетбаба ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылында колхозсы йәштәр мәктәбендә уҡый.
 
1932 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Бер үк ваҡытта ул «Аллаһыҙ» журналының яуаплы секретары вазифаһын да башҡара.
Жәлил Кейекбаев Башҡорт педагогия техникумын тамамланғандан һуң [[Мәскәү]]ҙә Беренсе сит ил телдәре институтында уҡый. Һуңынан мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында [[немец теле]] уҡыта.
 
1932—1937 йылдарҙа Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлап сыға. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире булып эшләй.
 
1942—1945 йылдарҙа Жәлил Кейекбаев Ғафури районында Сәйетбаба урта мәктәбенең директоры булып эшләй. Бер йылға яҡын китап нәшриәтендә баш редактор булып эшләгәндән һуң, Мәскәүҙә Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый.
 
1946—1949 йылдарҙа Өфө авиация институтында немец теле уҡытыусыһы булып эшләй, кафедра мөдире вазифаһын да башҡара. 1948 йылда ул филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай.
 
[[1949]] йылдан Тимирязев исемендәге [[Башҡорт дәүләт педагогия институты]]нда (1957 йылдан [[Башҡорт дәүләт университеты]]) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, бер ни тиклем ваҡыт сит ил телдәре факультеты деканы, 1957 йылдан 1961 йылға тиклем университеттың проректоры булып эшләй.
 
1960 йылда Жәлил Кейекбаев филология фәндәре докторлығына, башҡорт интеллигенцияһынан иң беренсе булараҡ, диссертация яҡлай.
 
Ғалим башҡорт тел ғилеме, төрки Урал-Алтай телдәре буйынса йөҙҙән артыҡ хеҙмәт яҙа. Башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфология өлкәһендә уңышлы эшләй. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙа.
Юл 37 ⟶ 48:
 
[[Башҡорт әҙәбиәте]] өлкәһендә уңыштары ҙур. «Туғандар һәм таныштар» романын, повестар, ҡобайырҙар, әкиәттәр яҙа.
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
 
Жәлил Кейекбаев утыҙынсы йылдарҙың башында шиғырҙары менән матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай. Уның күп кенә шиғырҙарын Ж. Табын имзаһы менән газеталарҙа, журналдарҙа осратырға була.
 
[[Мәскәү]]ҙәге Сит телдәр институтында уҡығанда, ул немец теленән башҡорт теленә тәржемә эше менән ныҡлап шөғөлләнә. Жәлил Кейекбаев ике телдең дә нескәлектәрен белә. Тел мәҙәниәте талаптарын яҡшы тоя. Шуға күрә, тәржемә иткәндә әҫәрҙең оригиналдағыса яңғырауына ирешә.
 
Бөйөк художник [[Гете]], [[Гейне|Г. Гейне]] кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарын, Эрих Вайнерт, Вилли Бределдең шиғыр һәм хикәйәләрен, Фр. Вольфтың «Доктор Мамлок» драмаһын, бер туған Гриммдарҙың айырым китап булып сыҡҡан әкиәттәрен туранан-тура башҡорт теленә тәржемәләй.
 
Шуның менән, оригиналдың стилен, дөйөм эске һулышын бар нескәлектәре менән һаҡлауға өлгәшә. Был осорҙа әле рус теленән тәржемә эше лә түбән була, ә инде башҡа сит телдәрҙән туранан-тура тәржемә итеү тағы ла һирәк ине.
 
Жәлил Кейекбаев [[Бөйөк Ватан һуғышы]] йылдарында төрлө темаға [[ҡобайыр]]ҙар, очерк һәм [[хикәйә]]ләр ижад итә. [[Советтар Союзы Геройы]] Зөбәй Үтәғолов тураһында очерк, Александр Матросов тураһында шиғырҙар яҙып, шул уҡ иҫемдәрҙә башҡорт һәм рус телдәрендә баҫтырып сығара.
 
Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа ул, юғары уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ һәм ғилми эштәр алып барыу менән бергә, балалар әҙәбиәтендә' даими эшләп килә. Уның халыҡ әкиәттәре ерлегендә яҙған әҫәрҙәре айырым йыйынтыҡтарға тупланып та сыға. Яҙыусының «Туғандар һәм таныштар» романы ҙур популярлыҡ яулай.
 
Жәлил Кейекбаев республикала [[Дмитриев Николай Константинович|Н. К. Дмитриев]] башлап ебәргән башҡорт теле ғилеме фәнен дауам иттереүсе һәм артабан уңышлы үҫтереүсе, ошо фәнде юғары талаптарға яуап бирерлек хәлдә ойоштороусы.
 
«Башҡорт теленең фонетикаһы» тигән ҙур монографик тикшеренеүе буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, профессор Жәлил Кейекбаев тирәһендә башҡорт теле фәнен өйрәнеү буйынса һәләтле йәш ғалимдар мәктәбе ойоша һәм белгестәр әҙерләүҙә әһәмиәтле эштәр башҡарыла.
 
Күп тә , үтмәй, ул «Урал-алтай телдәренең сағыштырма грамматикаһы» тигән ҙур хеҙмәтең тамамлай. Жәлил Кейекбаевтың бөтәһе илленән ашыу ғилми хеҙмәте бар. Шулар араһында етеһе айырым китап булып сыға. Ул башҡорт теленән урта мәктәптәр, педучилище һәм юғары уҡыу йорттары өсөн яҙылған байтаҡ дәреслектәрҙең авторы ла.
 
Жәлил Кейекбаев ундан ашыу филология фәндәре кандидаттарын әҙерләй. Илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ғилми учреждениеларҙың эштәрендә булышлыҡ итә, башҡа университеттарҙың һорауы буйынса лекциялар менән сығыш яһай.
 
Ғалим-яҙыусы республикала йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. [[Азия]] һәм [[Африка]] илдәре теләктәшлек Советы комитеты ағзаһы, БАССР Верховный Советы депутаты була.
 
Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн [[Ленин ордены|Ленин]] һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почет Билдәһе» орден]]дары менән наградланды, «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән исемгә лайыҡ була.
 
1942 йылдан КПСС ағзаһы һәм [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы була.
 
.
 
== Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре ==