13 Советтар Союзы Геройы музейы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
33 юл:
[[1943 йыл|1943 йылдың]] [[15 ғинуар]]ында 13 яугир лейтенант И. С. Ликунов етәкселегендә пулемет һәм миномет уты аҫтында, дошмандың өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан, Дон тимер юл ҡасабаһының (хәҙер Красновка) ситенә бәреп инә һәм өс йортто ала. Көнө буйына совет яугирҙары йортто обороналай. Немецтар уларға бирелергә тәҡдим итә һәм ьөркөмгә ҡаршы танкылар, пехота ебәрә, һуңынан өйҙәрҙе яндыра. Гвардиясылар хәрби припастары бөткәнсе һуғыша, һуңынан ҡамауҙан сығырға тырышып, ҡул алышына күсә, әммә көстәр тигеҙ булмай. Был алышта барлыҡ яугирҙар һәләк була. Ҙуңынан ғына совет пехотаһы Красновкаға бәреп инә.
 
''СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 31 мартындағы Указы менән командованиеның заданиеһын өлөгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия лейтенанты Ликунов Иван Сергеевич, гвардияигвардия кесе лейтенанты Седов Иван Васильевич, гвардия сержанты Васильев Владимир Александрович, гвардия сержанты Севрюкову Николаю Михайловичу, гвардия рядовойыму Курбаев Афанасий Афанасьевич, гвардия рядовойы Немировский Николай Николаевич, гвардия рядовойы Полухину Ивану Андреевичу, гвардия рядовойы Поляков Константин Илларионович, гвардия рядовойы Сирин Николай Иванович, гвардия рядовойы Тарасенко Иван Иванович, гвардия рядовойы Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы үлгәндән һуң [[Советтар Союзы Геройы]] исеменә лайыҡ була һәм Ленин ордены менән бүләкләнә.''
 
Һәләк булыусылар Красновка тимер юлы станцияһындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнә<ref>[http://rostov-region.ru/books/item/f00/s00/z0000042/st056.shtml У Красновки]</ref><ref>[http://www.liveinternet.ru/journalshowcomments.php?jpostid=200432933&journalid=4644326&go=next&categ=0 Подвиг 13 героев в боях за Красновку]</ref>.