«Еңеү» мемориалы (Ҡыҙыл Сулин): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
31 юл:
 
== Тарихы ==
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, В годы Великой Отечественной войны, [[1942 йыл]]дың 21 июлендә совет ғәскәрҙәре немец ғәскәрҙәре баҫып алған ҡаланы ҡалдыра<ref name=autogenerated16>Справочник «Освобождение городов: Справочник по освобождению городов в период Великой Отечественной войны 1941—1945». М. Л. Дударенко, Ю. Г. Перечнев, В. Т. Елисеев и др. М.: Воениздат, 1985. 598 с.</ref><ref name=autogenerated18>Исаев А. В. От Дубно до Ростова. — М.: АСТ; Транзиткнига, 2004.</ref>.
 
[[1943 йыл]]дың 14 февралендә Ҡыҙыл Сулин ҡалаһын гитлерсы [[германия]] ғәскәрҙәренән Ворошиловград операцияһы барышында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 5-се танк армияһы совет ғәскәрҙәре азат итә<ref name=autogenerated16/>
37 юл:
Ҡыҙыл Сулин оккупацияһы ете айға һуҙыла ([[1942]] йылдың [[21 июле]]нән — [[1943]] йылдың [[14 феврале]]нә тиклем). Оккупация осоронда немецтәр ҡаланың 400 кешеһен язалай һәм атып үлтерә.
 
«Еңеү» мемориалы мәңгелек ут менән 1975 йылдың 25 апрелендә, ҡаланың «Еңеү» майҙанында, металлургтарҙың мәҙәниәт Һарайы эргәһендә асыла. Ҡыҙыл Сулин ҡалаһы халҡы уны, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 30-йыллығына ҡарата, яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмаған яҡташтары иҫтәлегенә төҙөй. Мемориал проекты авторы Занис, скульпторы — В. Д. Батяй.
 
Мемориалдың 6-метрлыҡ скульптураһында юғары күтәрелгән ҡулына автомат тотҡан һалдат һүрәтләнгән. Һалдат үҙенең кәүҙәһе менән еңеү таҫмаһын йырта. Йәнәшәлә постаментта мәрмәр плита менән көпләнгән стела һәм мәңгелек ут ҡуйылған. Стелала Р. Рождественскийҙың "Реквием" поэмаһынан һүҙҙәр яҙылған «... люди! покуда сердца стучатся, - помните: какой ценой завоевано счастье, - пожалуйста, помните!».
 
Дан аллеяһының мәрмәр пилондарына (таяу) Советтәр Союзы Геройҙары: Алексеев А. И., [[Галатов Александр Миронович ]], Дернов П. С., Калинин Ф. А., Корниенко И. М., Кравцов А. С., Просандеев И. К., Сидорин В. Н., [[Омельченко Иван Алексеевич]], Чистов И. А. һәм Дан орденының тулы кавалеры Самохин В. Ф барельефтары нығытып ҡуйылған.
 
2000 йылда Еңеүҙең 55-се йыллығы алдынан монументҡа реставрация үткәрелә.