«Корчагин походы дауам итә» композицияһы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Нет описания правки
 
== Һүрәтләнеше ==
80-се йылдарҙың беренсе яртыһында Комсомол майҙанында кинотеатрҙағы кондиционерҙарҙың һыуын һыуытыу өсөн технологик резервуар ҡороу күҙаллана. Кинотеатр эш башлағанға тиклем скульпторҙар В. П. Поляков менән архитектор А. Е. Фролов уны декоратив фонтан итеп үҙгәртә. Объекттың тәбәнерәк яғында, ике күтәртелгән юлдың түңәрәкләтелгән күҙәтеү майҙаны уртаһында, таш подиумда 12 метрлыҡ «Корчагин походы дауам итә» тип аталған скульптура композицияһы урын ала. Ул «Атоммаш»тың йәш төҙөүселәренә бағышлана<ref>[https://tikhiidon.ru/volgodonsk/poi/skulpturnaya_kompozitsiya_korchaginskiy_pokhod_prodolzhaetsya_331175 Скульптурная композиция «Корчагинский поход продолжается»]</ref>, яҙмыштары комсомол, яңы төҙөлөштәр менән бәйле кешеләрҙең йәшлек символы булып тора<ref>[http://www.vdnews.org/news/36011 В Волгодонске приступят к ремонту фонтана около «Комсомольца»]</ref>
 
Композицияны әйләнә буйынса ҡарағанда, ҙур шинель кейгән, ҡулбашына кәйлә һалған буденовкаы корчагинсыны; электросварщикты; геодезистканы күрергә мөмкин. Скульптуралар спираль буйынса ҡуйылған һәм улар үргә ынтылғандай. Композицияның уртаһында ҡулына елберләгән әләм тотҡан эшсе ҡуйылған. Постаменттың бер яғына [[СССР|СССР-ҙың]] комсомол халыҡ төҙөлөштәренең исемдәре гравировкалап яҙылған: «Амурҙағы Комсомольск», «ДнепроГЭС», «Магнитка», «Турксиб», «Целина», КамАЗ, «Атоммаш», БАМ<ref>[http://vdonlib.ru/read.php?id0=1464 Памятник Корчагинский поход продолжается]</ref>.
 
[[2005 йыл|2005 йылдың]] октябрендә фонтан хйәриә аҡсалары мҫәбенәиҫәбенә реконструкциялана<ref>[http://dontr.ru/vesti/obshchestvo/22516-v-volgodonske-vosstanavlivayut-glavnyj-gorodskoj-fontan/ В Волгодонске восстанавливают главный городской фонтан]</ref>.
Әлеге ваҡытта скульптура төркөмө менән берлектә эшләнгән бассейн ремонт талап итә, әммә был мәсьәлә бик йыш күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, әлегә тиклем аныҡ эш башҡарылғаны юҡ. Шулай ҙа, 2016 йылдың 27 октябрендә ҡала хужалығы департаменты Александр Шайтан бедереүенсә, 2017 йылдафонтанды ремонтлау планлаштырылған<ref>[http://www.vdnews.org/news/36011 В Волгодонске приступят к ремонту фонтана около «Комсомольца»]</ref>
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{примечания}}
== Һылтанмалар ==
[[Категория:Ростов өлкәһендә иҫтәлекле урындар]]
[[Категория:1981 йылда барлыҡҡа килгәндәр]]