«Корчагин походы дауам итә» композицияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
(айырмалар юҡ)

06:05, 7 март 2017 өлгөһө

Корчагин походы дауам итәРостов өлкәһенең Волгодонск ҡалаһындағы архитектура композицияһы. Фонтандан һәм скульптура төркөмөнән ғибәрәт. Урындағы әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[1].

Һүрәтләнеше

80-се йылдарҙың беренсе яртыһында Комсомол майҙанында кинотеатрҙағы кондиционерҙарҙың һыуын һыуытыу өсөн технологик резервуар ҡороу күҙаллана.  Кинотеатр эш башлағанға тиклем скульпторҙар В. П. Поляков менән архитектор А. Е. Фролов уны декоратив фонтан итеп үҙгәртә. Объекттың тәбәнерәк яғында, ике күтәртелгән юлдың түңәрәкләтелгән күҙәтеү майҙанын уртаһында, таш подиумда 12 метрлыҡ "Корчагин походы дауам итә" тип аталған скульптура композицияһы урын ала. Ул "Атоммаштың йәш төҙөүселәренә бағышлана[2].

Композицияны әйләнә буйынса ҡарағанда, ҙур шинель кейгән, ҡулбашына кәйлә һалған буденовкаы корчагинсыны; электросварщикты; геодезистканы күрергә мөмкин. Скульптуралар спираль буйынса ҡуйылған һәм улар үргә ынтылғандай. Композицияның уртаһында ҡулына елберләгән әләм тотҡан эшсе ҡуйылған.  Постаменттың бер яғына СССР-ҙың комсомол халыҡ төҙөлөштәренең исемдыре гравировкалап яҙылған: "Амурҙағы Комсомольск", "ДнепроГЭС", "Магнитка", "Турксиб", "Целина", КамАЗ, "Атоммаш", БАМ[3].

2005 йылдың октябрендә фонтан хйәриә аҡсалары мҫәбенә реконструкциялана[4].

Иҫкәрмәләр