Ҡырым ауылы музейы — версиялар араһындағы айырма

("{{Музей |название = Ҡырым ауылы музейы |файл = |подпись = |основа…" исемле яңы бит булдырылған)
 
Әрмән мәҙәниәтенең халыҡ музейы Ростов өлкәһе Мясниковский районының Ҡырым ауылында урынлашҡан. Ауылдың хәҙерге әрмәндәре бында [[Ҡырым]]дан күсеп килгән әрмәндәрҙең тоҡомо.
 
Ҡырым ярымутрауында төрлө ваҡыттарҙа Бөйөк Әрмәнстандан, Кесе Азиянан һәм Болгариянан күсеп килгән әрмәндәр йәшәй. Унда алты быуат йәшәп, [[Екатерина II |Екатерина II]]-сенең 1778 йылдың 9 мартындағы указы буйынса, были добровольно переселены в земли хәҙерге Ростов өлкәһенең ерҙәренә үҙ ирке менән күсереп ултыртылғандар. Донда әрмәндәр колонияһы 1779 йылда барлыҡҡа килә. Ҡырымдың ҡала халҡы [[Нахичевань]] ҡалаһына күсеп ултыра, ә ауыл халҡы — [[Чалтырь]], Топти (Ҡырым), Мец Сала ([[Оло Салы]]), Султан Сала һәм Несвита (Несветай) ауылдарына күсә. Ҡырымда йәшәп, әрмәндәр әрмән теле диалектын, халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, халыҡ көнкүреше элементтарын һаҡлағандар. Күсеп килеүселәргә дин тотоу иреклеге бирелә. Уларға сиркәүҙәр һәм сиркәү манаралары төҙөргә, сиркәү йолалары атҡарырға, бөтә әрмәндәрҙең юғары патриархына - эчмиадзин католикосына ғына буйһонорға ирек бирелә.
Тарихи документтар, әрмән мәҙәниәте һәм көнкүреше предметтары 1980 йылда ауылда төҙөлгән тарихи-этнография музейында тупланған. Музейҙың беренсе мөдире Айка Андирасович Поповян була. Поповян оҙаҡ йылдар ауыл мәктәбендә эшләй, унда ауыл тарихы мөйөшө булдыра. Ләкин ваҡыт үтеү менән был "бәләкәй музей" ауыл халҡының үҫә барыусы рухи талабын ҡәнәғәтләндермәй башлай. 1979 йылда Лукашин исемендәге колхоз идараһы (етәксеһе Г. А. Срабионян) Ҡырым ауылында ауыл тарихы музейы төҙөргә һәм уға ауылдағы мәҙәниәт йортоноң бер өлөшөн бирергә ҡарар итә. Мәҙәниәт йорто эргәһендә XIX быуат аҙағы — XX быуат башында төҙөлгән эшләүсе Изге Ҡотҡарыусы Мәсих сиркәүе (әрмәнсә Սուրբ Ամենափրկիչ, Сурб Аменапркич) урынлашҡан.
 
16 905

үҙгәртеү