Рәшит Ниғмәти: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
6 юл:
|Имя при рождении = Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин
|Псевдонимы = Рәшит Ниғмәти
|Дата рождения = 27.1.1909 (14)
|Место рождения = [[Рәсәй империяһы]] {{ТУ|Һамар губернаһы}} (хәҙерге [[Һамар өлкәһе]]нең {{ТУ|Оло Чернигов районы}}) [[Диңгеҙбай]] ауылы
|Дата смерти = 13.10.1959
23 юл:
|Викитека =
}}
'''Рәшит Ниғмәти''' (тулы исеме '''Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин''', [[27 ғинуар]] [[1909]] — [[13 октябрь]] [[1959]]) — башҡорт шағиры, тәржемәсе, драматург. Башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
 
== Тормошо һәм ижады ==
Рәшит Ниғмәти [[1909]] йылдың [[27 ғинуар|27 ғинуарында]] хәҙерге [[Һамар өлкәһе]] [[Оло Чернигов районы]]ның [[Диңгеҙбай]] ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1916—1918 йылдарҙа мәҙрәсәлә белем ала. Йәшләй етем ҡала: [[1918]] йылда әсәһе, [[1921]] йылда атаһы үлә. Етем ҡалғас, [[Һамар]], [[Украина]] балалар йорттарында тәрбиәләнә. [[1924]] йылда [[Өфө|Өфөгә]]гә килә һәм Ленин исемендәге мәктәпкә урынлаша. [[1930]] йылда Өфө рабфагын тамамлай. 1931 йылдан [[Туймазы районы|Туймазы районының]]ның «Ленин юлы» гәзитендә эш башлай. 1933—1936 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәттә була, шунан ҡабат Туймазы районына эшкә ҡайта.
 
17 йәшенән шиғыр яҙа башлай. 30-сы йылдарҙа шиғырҙары танылыу ала. [[1933]] йылда «Кереш» исемле тәүге шиғырҙаршиғри йыйынтығы сыға. Яңы тормош ҡороу, «иҫкелек ҡалдыҡтары» менән көрәш яҙыусының төп темаһы була. 1938 йылда Яҙыусылар союзына алына, унда яуаплы сәркәтип эшенә тәғәйенләнә. Китап нәшриәтендә мөхәррир була. «Дауылдар тыуҙырған ғүмер» (1938), «Йәмле Ағиҙел буйҙары» (1940), «Минең баҡсала» (1941) шиғырҙаршиғыр һәм поэмларпоэма йыйынтыҡтары башҡорт халҡының 20-30-сы йылдарҙағы тормошона арналған. [[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғас, Өфөнән алыҫ түгел [[Алкин]] ауылында сапер эшенә өйрәтеүсе итеп тәғәйенләнә. [[1943]] йылда [[112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы|Башҡорт атлы дивизияһына]]на барғас, үпкәһе шешеп ауырый. Өфөлә госпиталдә дауалана, хәрби хеҙмәттән бушатыла.

Һуғыш йылдарындағыосорондағы ижадында публицистик шиғырҙар өҫтөнлөк ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған «Һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһы авторға ил кимәлендә билдәлелек килтерә. Шулай уҡ ошо йылдарҙа «Башҡортостан һүҙе» поэмаһы, «Мөхәббәт һәм нәфрәт» шиғри йыйынтығы донъя күрә һәм уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә. 1946 йылда [[Ағиҙел (журнал)|«Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел»)]] журналының яуаплы сәркәтибе итеп тәғәйенләнә. Һуғыштан һуңғы ижадынан «Большевик» (1951), «Һаҡмар ҡыҙы» (1952) поэмалары билдәлелек яулай.
 
Р. Ниғмәти драматург булараҡ та таныла. «Табип Ғимранов» (1950), «Ағиҙел ярында» (1950), «Урман шаулай» (1942), «Уның йондоҙо» (1948) пьесалары авторы.
Юл 34 ⟶ 36:
Р. Ниғмәти тәржемәсе булараҡ эшләй: «Игорь полкы хаҡында һүҙ»ҙе, [[Пушкин Александр Сергеевич|А. С. Пушкин]], Н. А. Некрасов, В. В. Маяковский, [[Злобин Степан Павлович|С. П. Злобин]], Д. А. Фурманов, В. П. Катаев әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.
 
Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге хеҙмәте өсөн [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1944), ике [[«Почёт Билдәһе» ордены|«ПочетПочёт билдәһеБилдәһе»]] (1949, ?) ордендары менән бүләкләнә. [[1959]] йылдың [[26 февраль|26 февралендә]] Рәшит Ниғмәтигә [[Башҡортостандың халыҡ шағиры|«Башҡорт АССР-ының халыҡ шағиры»]] тигән маҡтаулы исем бирелә.
 
[[1959]] йылдың [[13 октябрь|13 октябрендә]] Өфөлә вафат була.