Артур Конан Дойл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
8 юл:
 
=== Әҙәби ижад башы ===
Өсөнсө курста уҡығанда Артур үҙен әҙәбиәттә һынап ҡарарға була. Уның тәүге хикәйәһе «Сэсасса үҙәне сере» Chamber’s Journal университет журналында баҫыла. 1880 йылдың февраленән сентябренә тиклем Дойл Aрктика һыуҙарында «Һоуп» (ингл. Hope — «Өмөт») кит аулау судноһында ете ай карап табибы булып эшләй, 50 фунт эш хаҡы ала. «Был карапҡа мин килбәтһеҙ үҫмер булып мендем, ә траптан көслө оло ир булып төштөм», — тип яҙа ул һуңынан автобиографияһында. Арктик сәйәхәттән алған тәьҫораттар «Тимерғаҙыҡ йондоҙо» капитаны" (ингл. Captain of the Pole-Star) хикәйәһе нигеҙенә ята. Ике йылдан һуң ул «Маюмба» пароходында Көнбайыш Африка ярына сәйәхәт ҡыла. 1881 йылда университет дипломы һәм медицина бакалавры дәрәжәһе алғас, Конан Дойл табип эшенә тотона. 1891 йылда Дойл әҙәбиәтте төп һөнәре итергә була. 1884 йылдың ғинуарында Cornhill журналы уның «Хебекук Джефсондың хәбәре» хикәйәһен баҫтыра. Шул уҡ ваҡытта Дойл буласаҡ ҡатыны Луиза «Туя» Хокинс менән таныша, 1885 йылдың 6 авгусында туй үткәрәләр. 1884 йылда Конан Дойл әҙәпһеҙ һәм миһырбанһыҙ негоцианттар-байлыҡ туплаусылар тураһында криминаль-детектив сюжетлы «Гердлстон сауҙа йорто» ижтимағи-көнкүреш романы өҫтөндә эш башлай. [[Чарльз Диккенс|Ч. Диккенс]] йоғонтоһонда яҙылған был роман 1890 йылда баҫтырылып сыға. Конан Дойл 1886 йылдың мартында "«Ҡуйы ҡыҙыл төҫтәрҙәге этюд"»ты башлай һәм апрелдә нигеҙҙә тамамлай ҙа инде. Тап был әҫәрҙә тәү тапҡыр Шерлок Холмс пәйҙә була. «Уорд, Локк һәм Ко» нәшриәте повесҡа хоҡуҡтарҙы 25 фунт стерлингҡа һатып ала һәм 1887 йылда Beeton’s Christmas Annual журналының раштыуа һанында баҫтырып сығара. Киләһе йыл шул уҡ нәшриәт был әҫәрҙе айырым китап итеп сығара, рәсем менән биҙәү эшен яҙыусының атаһы Чарлз Дойлға тәҡдим итәләр. 1889 йылда Дойлдың «Клумбер сере» романы (ингл. The Mystery of Cloomber) сыға. Өс кенәсел будда монахының «үлгәндән һуң тормошо» тарихы — авторҙың паранормаль күренештәргә булған ҡыҙыҡһыныуының тәүге әҙәби дәлиле — уны һуңынан спиритуализмдың инанған эйәреүсеһе итә.
 
=== Тарихи цикл ===
14 юл:
 
=== Шерлок Холмс ===
«Шерлок Холмс мажаралары» серияһының беренсе хикәйәһе «Богемиялағы низағ» ''Strand'' журналында 1891 йылда баҫылып сыға. Оҙаҡламай тиңһеҙ шымсы-консультантҡа әйләнгән төп геройҙың прототибы булып ваҡ-төйәк аша кешенең үткәнен һәм холҡон белә алған Эдинбург университетының профессоры Джозеф Белл тора. Ике йыл дауамында Дойл хикәйә артынан хикәйә яҙа, шунан был персонаж уны ялҡыта. Ул Холмсты профессор Мориарти менән алышта («Холмстың һуңғы эше», 1893) «үлтерергә» лә итә, әммә уҡыусыларға оҡшап ҡалған геройҙы ҡабат терелтергә тура килә. Холмс тураһындағы эпопея «Баскервилдәр эте» романы менән тамамлана, уны детектив жанрының классикаһы тип атайҙар.
 
Холмстың мажараларына дүрт роман: «Ҡуйы ҡыҙыл төҫтәрҙәге этюд» (1887), «Дүртәү тамғаһы» (1890), «Баскервилдәр эте» (1900), «Ҡот осҡос үҙән» (1915) һәм биш хикәйәләр йыйынтығы («Шерлок Холмс мажаралары», «Шерлок Холмс тураһында яҙмалар», «Шерлок Холмстың кире ҡайтыуы» һ.б.) бағышланған. Дойлдың замандаштары Холмстың бөйөклөгөн кәметеп ҡарар булғандар, уны Дюпен (Эдгар Аллан По), Кафф (Уилки Коллинз) һәм Лекоктың (Эмиль Габорио) ҡушылмаһы итеп күргәндәр. Ваҡыт үтеү менән Холмстың башҡа геройҙарҙан айырмалығы асыҡ күренә: ғәҙәти булмаған сифаттарының берләшеүе уны бөтә замандар өсөн актуаль итә. Шерлок Холмстың һәм уның тоғро дуҫы һәм биографы доктор Ватсондың (Уотсондың) ғәҙәттән тыш популярлығы ваҡыт үтеү менән үҙенә күрә бер мифология тармағы булып үҫешә, уның үҙәге булып Лондондағы Бейкер-стрит, 221В адресы буйынса фатир тора.
 
1900 йылда «Баскервилдәр эте» романын яҙыу мәленә Артур Конан Дойл донъяла иң юғары түләү алған автор булып торған.
 
== Һылтанмалар ==