Ҡурсаулыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
Ҡурсаулыҡ бурыстары: тәбиғәт терр‑яларын һаҡлау; фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү, шул иҫәптән Тәбиғәт йылъяҙмаларын алып барыу; экологик мониторинг үткәреү; экологик белем биреү; тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүҙә ярҙам итеү. Глобаль экологик мониторинг үткәреүсе халыҡ‑ара биосфера резерваттары системаһына ингән ҡурсаулыҡ биосфера статусын ала.
 
[[1929 йыл]] [[Башҡортостан]] биләмәһендә беренсе ҡурсаулыҡ — Башҡорт ҡурсаулығы ойошторола. Республикала 3 ҡурсаулыҡ бар: [[Башҡорт ҡурсаулығы]], [[Шүлгәнташ ҡурсаулығы]], [[Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы|Көньяҡ Урал ҡурсаулығы]], уларҙың дөйөм майҙаны 325 мең га (2006 й.). Иң ҙуры — [[Көньяҡ Урал]] Ҡурсаулығы (252,8 мең га, шуларҙың 28,4 мең га — БР терр‑яһында). Ҡурсаулыҡ эшмәкәрлеген фәнни‑методик яҡтан [[Башҡортостан Фәндәр Академияһы]] һәм РФ‑тың Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлыҡтары, РФ һәм БР‑ҙың Мәғариф һәм фән министрлыҡтары м‑н берлектә тормошҡа ашыра. Башҡорт ҡурсаулығы— тәбиғәт музейы, Шүлгәнташ Ҡурсаулығы музей‑экскурсиялар комплексы, демонстрацион‑уҡытыу умарталығы бар, 3 экскурсия маршруты һ.б. ойошторолған.
{{БЭ}}
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡурсаулыҡ» битенән алынған